Төп мәғлүмәткә күсеү


ШӘХСИ ИНСТРУКТОР МЕНӘН ИЗГЕ ЯҘМА КУРСЫ

«Һин мәңге йәшәй алаһың!»

Был бушлай үткәрелгән интерактив Изге Яҙма курсынан һин төрлө һорауҙарға яуап алырһың:

  • Нисек бәхетле булырға?

  • Яуызлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт берәй ҡасан бөтөрмө?

  • Мин берәй ҡасан үҙемдең үлгән яҡындарымды яңынан күрерменме?

  • Алла мине яратамы?

  • Алла мине ишетһен өсөн нисек доға ҡылырға?

Түләүһеҙ

Курс тулыһынса бушлай. «Һин мәңге йәшәй алаһың!» китабы өсөн дә, Изге Яҙма өсөн дә (әгәр кәрәк булһа) түләргә кәрәкмәй.

Уңайлы

Инструктор менән шәхси рәүештә йә онлайн осрашып өйрәнергә була. Ваҡытын һәм урынын һеҙ һайлайһығыҙ.

Бурыс түгел

Һин курсты аҙағына тиклем үтергә бурыслы түгел — теләгән ваҡытта туҡтата алаһың.

Изге Яҙма курсы нисек үтә?

Шәхси инструктор һине бер-бер артлы Изге Яҙма тәғлимәттәре менән таныштырыр. «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән интерактив Изге Яҙма курсы ярҙамында һин яйлап Изге Яҙманың нимәгә өйрәткәнен һәм был белемдәрҙең һиңә ниндәй файҙа килтергәнен белерһең. Курс тураһында күберәк белер өсөн, ошо видеоны ҡара йәки курс тураһында йыш бирелгән һорауҙарҙы уҡы.

Дәрестәрҙең йөкмәткеһе менән танышырға теләйһеңме?

Курстың инеш дәрестәрен ҡарап сыҡ.

Өйрәнеп ҡарарға әҙерһеңме?

Беренсе шәхси дәрес тураһында һөйләшер өсөн, кнопкаға баҫ.