Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттарының йыйылыш осрашыуҙары

Беҙҙең осрашыуҙар тураһында белегеҙ. Яҡындағы осрашыу үткән урынды табығыҙ.

Иң яҡынын табырға (opens new window)

Беҙҙең осрашыуҙарыбыҙ нисек үтә?

Йәһүә шаһиттары аҙнаға ике тапҡыр Аллаға ғибәҙәт ҡылыр өсөн осраша (Еврейҙарға 10:24, 25). Ундай йыйылыш осрашыуҙарына һәр бер кеше килә ала. Унда беҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе һәм уларҙы тормошобоҙҙа нисек ҡулланып була икәнен өйрәнәбеҙ.

Программа пункттарының күбеһендә залда ултырыусыларға ҡатнашырға мөмкинлек бирелә. Мәктәптәрҙә һымаҡ, был пункттар һорау-яуап формаһында үтә. Ҡатнашыу ирекле. Осрашыуҙарҙың башында һәм аҙағында йыр йырлайҙар һәм доға ҡылалар.

Осрашыуҙарға йөрөр өсөн Йәһүә шаһиты булыу талап ителмәй. Унда бар кеше саҡырыла. Инеү түләүһеҙ. Аҡса йыйымдары үткәрелмәй.