Төп мәғлүмәткә күсеү

Көндәлек аят

Көндәлек аят

«Изге Яҙманы көн һайын тикшерәбеҙ» тигән брошюрала Изге Яҙманан һәр көнгә аят һәм уға комментарий табырға була. Уны уҡыу һеҙгә һәр көндө ыңғай, дәртләндергес рухи фекерҙәр менән башларға ярҙам итер.

Көндәлек аятты һәм уға килтерелгән комментарийҙы теләгән ваҡытта уҡып була, шулай ҙа күптәргә уны иртән уҡыу оҡшай, сөнки шулай итһәң, уҡығандарың тураһында көнө буйы уйланып йөрөргә була. Өҫтәүенә, был материалды бергәләп ҡарап сығыу ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә ала.

Көндәлек аятты «Күҙәтеү манараһының онлайн-китапханаһында» уҡып була. Шулай уҡ был брошюраны PDF-файлда күсереп алырға була, ул баҫтырылған баҫмаға тиң, унда Изге Яҙманан тотош бер йылға аяттар буласаҡ.