Төп мәғлүмәткә күсеү

ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ

Ҡара дельфиндың үҙенән-үҙе таҙарынған тиреһе

Ҡара дельфиндың үҙенән-үҙе таҙарынған тиреһе

 Карап төбөнә йәбешә торған мыйығаяҡтар һәм башҡа диңгеҙ тереклеге судно хеҙмәткәрҙәренә күп мәшәҡәт тыуҙыра. Уларҙан тотош бер ҡатлам хасил була, шул арҡала караптың тиҙлеге кәмей, күберәк яғыулыҡ талап ителә. Һөҙөмтәлә, ике-өс йыл һайын карапты докка индереп, төбөн таҙартырға тура килә. Был мәсьәләне сисеү юлын ғалимдар тәбиғәттән эҙләй.

 Иғтибар итегеҙ. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡара дельфиндың (Globicephala melas) тиреһе үҙенән-үҙе таҙара алыу һәләтенә эйә. Уның тиреһе ваҡ ҡына бураҙналар менән ҡапланған (уларҙы шулай уҡ нанобураҙналар тип тә атайҙар). Бураҙналарҙың артыҡ бәләкәй булыуы арҡаһында мыйығаяҡтар ҡара дельфиндың тиреһендә йәбешеп тора алмай. Бураҙналарҙың араһы ҡара дельфиндың тәненән бүленеп сыҡҡан шыйыҡса менән тулы, ул иһә һыу үҫемлектәрен һәм бактерияларҙы бөтөрә. Ҡара дельфин үҙенең тиреһен алмаштырғанда, шыйыҡса яңынан бүленеп сыға.

 Ғалимдар иҫәпләүенсә, ҡара дельфиндың үҙенән-үҙе таҙара алыу үҙенсәлеге нигеҙендә караптарҙың төбөн таҙартыу системаһы уйлап сығарырға була. Элек диңгеҙ тереклектәре йәбешмәһен өсөн, карап төбөн махсус буяу менән буяй торған булғандар. Әммә ундай буяуҙарҙың күбеһе тереклек өсөн зарарлы булыуы сәбәпле күптән түгел генә тыйылған. Ғалимдар карап төбөнә биосфера өсөн зыяны булмаған химикат бүлеп сығара торған күп һандағы тишекле металл селтәр беркетергә тәҡдим итә. Был матдә диңгеҙ һыуы менән ҡатнашып ҡуйыра һәм караптың төбөн тире кеүек ҡаплай. Күпмелер ваҡыттан яҡынса 0,7 миллиметр ҡалынлығындағы был «тире» туҙа һәм уға йәбешеп сәйәхәт итеп йөрөгән бөтә организмдар менән бергә карап төбөнән айырылып төшөп ҡала. Ә система иһә тағы химикат бүлеп сығара һәм карап төбөн яңы «тире» менән ҡаплай.

Мыйығаяҡтар караптың тиҙлеген кәметә, уларҙан карап төбөн таҙартыу еңел түгел

 Лаборатор тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, шундай система карап төбөнөң мыйығаяҡтар менән ҡапланыуын 100 тапҡырға кәметергә мөмкин. Был система судно компанияларына ҙур файҙа килтерер ине, сөнки караптарҙы докта таҙартыу ҡиммәткә төшә.

 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ҡара дельфиндың үҙенән-үҙе таҙара торған тиреһе — эволюция һөҙөмтәһеме? Әллә Барлыҡҡа килтереүсенең ижад емешеме?