Төп мәғлүмәткә күсеү

Баш фәрештә Михаил кем ул?

Баш фәрештә Михаил кем ул?

Изге Яҙманан яуап

 Михаил, йәғни ҡайһы бер диндәрҙә әйтелгәнсә, «изге Микаил» — ул, күрәһең, Ғайса Мәсих. Был исем менән Ғайса күктә ергә килгәнгә тиклем аталып йөрөгән һәм яңынан күккә күтәрелгәс тә, ошо исемде йөрөтә a. Михаил, Муса үлгәс, Шайтан менән бәхәсләшкән, шулай уҡ ул Данил пәйғәмбәргә Алла хәбәрен килтергән фәрештәгә ярҙам иткән (Данил 10:13, 21; Йәһүҙә 9). Михаил тигән исем «Алла кеүек кем бар?» тигәнде аңлата. Исеменең асылына ярашлы, Михаил Алланың идаралығын яҡлаша һәм Алланың дошмандарына ҡаршы һуғыша (Данил 12:1; Асылыш 12:7).

 Баш фәрештә Михаил — ул Ғайса, тип әйтергә ниндәй дәлилдәр бар?

  •   Михаил — ул баш фәрештә (Йәһүҙә 9). «Баш фәрештә» тигән титул Изге Яҙмала бары тик ике аятта ғына осрай. Ике осраҡта ла был титул берлек һанында тора, тимәк, ул титулға тик бер фәрештә генә эйә. Аяттарҙың береһендә терелтелгән Хужа Ғайса «үҙе баш фәрештә тауышы менән бойороҡтар биреп... төшәсәк» тип әйтелә (1 Фессалоникаларға 4:16, ЯДТ). Ғайса «баш фәрештә тауышы менән» төшәсәк, сөнки тап ул баш фәрештә Михаил.

  •   Михаил фәрештәләр ғәскәрен етәкләй. «Михаил үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға [Шайтанға] ҡаршы һуғышты» (Асылыш 12:7). Рухи сферала Михаил ғәйәт ҙур хакимлыҡҡа эйә: ул «иң күренекле кенәз» һәм «бөйөк кенәз» тип аталған (Данил 10:13, 21; 12:1). Изге Яҙма белгесе Дейвид Он әйткәнсә, был титулдар Михаилдың «фәрештәләр ғәскәренең баш етәксеһе» икәнен күрһәтә.

     Изге Яҙмала фәрештәләр ғәскәренә бойороҡтар биреүсе тағы бер шәхес иҫкә алына. Унда «Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә... язаға тарттырғанында» буласаҡ ваҡыт һүрәтләнә (2 Фессалоникаларға 1:7, 8; Матфей 16:27). Ғайса, «күккә ашып... Алланың уң яғында ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған» (1 Петр 3:21, 22). Әгәр Алла изге фәрештәләрҙе етәкләр өсөн Ғайса менән Михаилдың икеһен бер юлы башлыҡ итеп ҡуйһа, был бик тә сәйер булыр ине. Тимәк, был ике исемдең бер үк шәхесте аңлатыуы бәхәсһеҙ.

  •   Михаил был ваҡытҡа ҡәҙәр булмаған «ҡайғы-хәсрәт ваҡытында» «күтәреләсәк» (Данил 12:1). Данил китабында «күтәрелергә» тигән ҡылым йыш ҡына ҙур эштәр атҡарырға йыйынған батшаларға ҡарата ҡулланыла (Данил 11:2—4, 21). «Алла һүҙе» тип аталған Ғайса Мәсих, «Батшаларҙың батшаһы» булараҡ, Алланың дошмандарын юҡ итеп, уның халҡын яҡлаясаҡ (Асылыш 19:11—16). Быны ул «донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған... ҙур афәт» ваҡытында эшләйәсәк (Матфей 24:21, 42).

a Изге Яҙманан күренеүенсә, башҡа кешеләр ҙә бер нисә исем йөрөткән. Шундайҙар араһында: Яҡуп (икенсе исеме — Израиль), Петр (икенсе исеме — Симон), Фаддей (икенсе исеме — Йәһүҙә) (Башланмыш 49:1, 2; Матфей 10:2, 3; Марк 3:18; Ғәмәлдәр 1:13).