Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала динозаврҙар тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала динозаврҙар тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала туранан-тура динозаврҙар хаҡында бер нәмә лә әйтелмәй. Әммә унда, Алла бар нәмәне яратҡан, тип әйтелә, тимәк, ул динозаврҙарҙы ла барлыҡҡа килтергән (Асылыш 4:11) a. Динозаврҙар Изге Яҙмала иҫкә алынмаһа ла, унда тере йән эйәләренең төркөмдәре тураһында әйтелә, улар араһында был ҙур боронғо кеҫәрткеләрҙең дә булыуы ихтимал.

  •   «Ҙур диңгеҙ януарҙары» (Башланмыш 1:21, ЯДТ)

  •   «Һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәр» (Башланмыш 1:25).

  •   «Төрлө-төрлө кейек-януарҙар» (Башланмыш 1:25).

Динозаврҙар эволюция ярҙамында башҡа хайуандарҙан килеп сыға алғанмы?

 Эволюция теорияһы буйынса, динозаврҙар әкренләп барлыҡҡа килергә тейеш булған. Ләкин палеонтологик йылъяҙмаларҙа улар әкренләп түгел, ә кинәт килеп сыға. Был Изге Яҙмалағы, бөтә хайуандарҙы ла Алла барлыҡҡа килтергән, тигән һүҙҙәр менән тап килә. Мәҫәлән, Зәбур 146:6-ла Алла «күк менән ерҙе, диңгеҙҙе һәм ундағы бар нәмәләрҙе Яратыусы» тип атала.

Динозаврҙар ҡасан йәшәгән?

 Изге Яҙмала, хайуандар һәм диңгеҙҙә йәшәүсе йән эйәләре бишенсе һәм алтынсы ижади көндәрҙә, йәғни барлыҡҡа килтереү осорҙарында яратылған, тип әйтелә (Башланмыш 1:20—25, 31) b. Күренеүенсә, Изге Яҙмалағы һүҙҙәр, динозаврҙар ерҙә оҙаҡ ваҡыт дауамында йәшәгән, тигән фактҡа ҡаршы килмәй.

Әйүп китабында иҫкә алынған ике хайуан динозавр булғанмы?

 Юҡ. Был ике хайуандың кем икәне теүәл билдәле булмаһа ла, күрәһең, уларҙың береһе — бегемот, ә икенсеһе крокодил булған. Бындай фараз ошо хайуандарҙың Әйүп китабындағы тасуирламаһына тура килә (Әйүп 40:15—23; 41:1, 14—17, 31). Һәр хәлдә, был ике хайуан динозавр түгел. Алла Әйүпкә уларҙы күҙәтергә ҡушҡан. Ә Әйүп йәшәгән ваҡытта динозаврҙар инде күптән үлеп бөткән булған (Әйүп 40:16; 41:8).

Динозаврҙар менән нимә булған?

 Изге Яҙмала был турала бер нәмә лә әйтелмәй. Әммә унда: «Барыһы ла Һинең [Алланың] ихтыярың менән бар ителде», — тиелә. Тимәк, Алла динозаврҙарҙы билдәле бер маҡсат менән барлыҡҡа килтергән булған (Асылыш 4:11). Был маҡсат тормошҡа ашҡас, Алла динозаврҙарҙың үлеп бөтөүенә юл ҡуйған.

a Динозаврҙарҙың булғанлығы палеонтологик йылъяҙма менән раҫлана. Ҡаҙылмаларҙан күренгәнсә, бер заман ер йөҙөндә төрлө ҙурлыҡтағы һәм төрҙәге бик күп динозаврҙар йәшәгән.

b Изге Яҙмала «көн» тигән һүҙ үҙ эсенә меңәрләгән йылдарҙы алған осорҙарға ҡағылырға мөмкин (Башланмыш 1:31; 2:1—4; Еврейҙарға 4:4, 11).