Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма айырылышыуҙы рөхсәт итәме?

Изге Яҙма айырылышыуҙы рөхсәт итәме?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙма буйынса айырылышыу рөхсәт ителә. Ләкин Ғайса айырылышыр өсөн бер генә сәбәп булыуы хаҡында әйткән: «Кем, енси әхлаҡһыҙлыҡ [никахтан тыш енси мөнәсәбәттәр] сәбәбе булмай тороп, ҡатынынан айырыла һәм башҡаға өйләнә, шул зина ҡыла» (Матфай 19:9).

 Алла мәкер, хәйләгә нигеҙләнгән айырылышыуҙы нәфрәт итә. Үҙ тормош иптәшен ташлап киткән һәм бының һөҙөмтәләре тураһында уйлап та ҡарамаған кеше Алла алдында хисап бирәсәк. Кеше, айырыуса башҡа берәү менән йәшәр өсөн шулай эшләһә, Алла уны яуапҡа тарттырасаҡ (Малахи 2:13—16; Марк 10:9).