Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала никахҡа тиклем бергә йәшәү тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала никахҡа тиклем бергә йәшәү тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙма буйынса, Алла кешеләрҙең «аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауы[н]» теләй (1 Фессалоникаларға 4:3). Изге Яҙмалағы «аҙғынлыҡ», йәғни енси әхлаҡһыҙлыҡ, тигән һүҙгә башҡа төрҙәре менән бер рәттән ирҙең йә ҡатындың хыянат итеүе, гомосексуализм, никахта тормаған ир менән ҡатын араһындағы енси яҡынлыҡ керә.

 Ни өсөн Аллаға ир менән ҡатындың никахта торалармы, юҡмы икәне мөһим?

  •   Никахҡа Алла нигеҙ һалған. Ул, Әҙәм менән Һауаны ҡауыштырғанда, беренсе никахҡа нигеҙ һалған (Башланмыш 2:22—24). Ул ир менән ҡатындың никахҡа инмәйенсә бергә йәшәүен теләмәгән.

  •   Алла беҙҙең өсөн нимә иң яҡшыһы икәнен белә. Уның ниәте буйынса, никах — ғүмерлек союз. Никах ғаиләнең бөтә ағзаларын да яҡлай. Етештереүсе биргән инструкция мебелде дөрөҫ йыйырға ярҙам иткән кеүек, Алланың кәңәштәре ныҡлы ғаилә ҡорорға ярҙам итә. Алланың нормалары беҙгә һәр ваҡыт файҙа килтерә (Ишағыя 48:17, 18).

    Мебелде дөрөҫ йыйыр өсөн, етештереүсе биргән инструкция буйынса эшләргә кәрәк. Ә ныҡлы ғаилә ҡорор өсөн, Алланың кәңәштәрен тоторға кәрәк

  •   Никахҡа тиклемге енси мөнәсәбәттәр насар эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, был ауырға ҡалыу, енси юл менән күскән ауырыуҙар һәм эмоциональ яралар булырға мөмкин a.

  •   Енси мөнәсәбәттәр — яңы кешегә тормош биреү мөмкинлеге. Алла өсөн тормош изге, һәм бала табыу һәләте — уның бүләге. Ул беҙҙең шул бүләкте ҡәҙерләүебеҙҙе һәм үҙенең никахҡа ҡағылышлы талаптарын хөрмәт итеүебеҙҙе теләй (Еврейҙарға 13:4).

 Ир менән ҡатынға, бер-береһенә тура киләләрме, юҡмы икәнен белер өсөн, никахҡа тиклем бергә йәшәп ҡарарға кәрәкме?

 Бергә йәшәп ҡарау бәхетле ғаилә ҡорорға ярҙам итмәй, сөнки партнерҙар теләгән ваҡытта сығып китә ала. Ике кеше араһындағы мөнәсәбәттәр икеһе лә бер-береһенә тоғро булғанда һәм ауырлыҡтарҙы бергәләп кисергәндә нығый b. Никах анты ир менән ҡатын араһындағы бәйләнеште нығыта (Матфей 19:6).

 Никах ныҡ булһын өсөн нимә кәрәк?

 Идеаль никах булмай. Шулай ҙа, ир менән ҡатын Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тотһа, уларҙың никахы бәхетле буласаҡ. Бына шул кәңәштәрҙең бер нисәһе:

  •   Тормош иптәшегеҙҙең ихтыяждарын үҙегеҙҙекенән өҫтөн ҡуйығыҙ (1 Коринфтарға 7:3—5; Филиптарға 2:3, 4).

  •   Бер-берегеҙгә яратыу һәм хөрмәт үҫтерегеҙ (Ефестарға 5:25, 33).

  •   Уйлап һөйләгеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18).

  •   Түҙемле булығыҙ һәм оҙаҡҡа һуҙмай ғәфү итегеҙ (Колосстарға 3:13, 14).

a «Йәштәрҙең һорауҙары» тигән рубрикалағы «Мине енси яҡынлыҡ ҡылырға этәрһәләр, нимә эшләргә?» тигән мәҡәләне (урыҫ) ҡарағыҙ.