Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары йыйылған урын «Батшалыҡ Залы» тип атала?

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары йыйылған урын «Батшалыҡ Залы» тип атала?

 Быға бер нисә сәбәп бар:

  •   Беҙ йыйылған бинаның эсендә осрашыуҙар үткәрер өсөн зал бар.

  •   Беҙ Изге Яҙмалар тасуирлаған Аллаға, Йәһүәгә, ғибәҙәт ҡылыр өсөн һәм уның тураһында шаһитлыҡ бирергә өйрәнер өсөн йыйылабыҙ (Мәҙхиә 83:18; Ишағия 43:12).

  •   Осрашыуҙарҙа беҙ шулай уҡ Алла Батшалығы хаҡында белем алабыҙ. Ғайса пәйғәмбәр был Батшалыҡ тураһында йыш һөйләгән булған (Маттай 6:9, 10; 24:14; Лука 4:43).

 Беҙ һеҙҙе яҡындағы Батшалыҡ Залына килергә саҡырабыҙ. Унда һеҙ Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары нисек үткәнен күрә алырһығыҙ.