Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Ер йөҙөндә ҡасан да булһа ғәҙеллек урынлашырмы?

Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

  • Эйе

  • Юҡ

  • Бәлки

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

«Беләмен, Йәһүә йәберләнгәнде яҡлар, ярлыларға ҡарата ғәҙел булыр» (Зәбур 140:12). Алла Батшалығы ер йөҙөндә ысын ғәҙеллек урынлаштырасаҡ.

Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?

  • Аллаһы Тәғәлә донъялағы ғәҙелһеҙлекте күреп тора, һәм тиҙҙән ул уны бөтөрәсәк (Вәғәзсе 5:8).

  • Аллаһы Тәғәлә ғәҙелһеҙлекте юҡҡа сығарғас, ерҙә тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек урынлашасаҡ (Ишағыя 32:16—18).

Алла бер халыҡты икенсеһенән өҫтөн күрәме?

Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, Алла берәүҙәрҙе фатихалай, ә икенселәрҙе ҡәһәрләй. Башҡалар иһә, Алла бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡарай, тип уйлай. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

«Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәмәлдәр 10:34, 35). Эйе, Алла бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡарай.

Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?

  • Изге Яҙмала «һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн... Һөйөнөслө Хәбәр» бар (Асылыш 14:6).