Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алланың исеме нисек?

Алланың исеме нисек?

Ғәҙәттә, берәйһе менән танышҡанда: «Исемегеҙ нисек?» — тип һорайбыҙ. Әгәр ҙә Аллаға шундай һорау бирһәгеҙ, ул ниндәй яуап ҡайтарыр ине?

«Мин Йәһүә. Был — минең исемем» (Ишағыя 42:8).

Һеҙ, бәлки: «Алланың 99 исеме бар, Йәһүә тигән исемде ишеткәнем юҡ», — тип әйтерһегеҙ. Әммә Изге Яҙманың төп нөсхәһендә Алланың исеме 7 000 тапҡыр осрай. Ул дүрт еврей тартынҡы хәрефенән тора. Был хәрефтәргә ЙҺВҺ башҡорт тартынҡылары тура килә һәм башҡортса «Йәһүә» тип яңғырай.

Алланың исеме еврей текстында һәм башҡа тәржемәләрҙә күп тапҡыр осрай

Үле диңгеҙ төргәктәренән Зәбур китабы Б. э. I быуаты, ЕВРЕЙ ТЕЛЕНДӘ

Тиндалдың тәржемәһе 1530 йыл, ИНГЛИЗ ТЕЛЕНДӘ

Рейн—Валераның Изге Яҙмаһы 1602 йыл, ИСПАН ТЕЛЕНДӘ

«Юнион вершин» тәржемәһе 1919 йыл, ҠЫТАЙ ТЕЛЕНДӘ

НИ ӨСӨН АЛЛАНЫҢ ИСЕМЕ ШУЛ ТИКЛЕМ МӨҺИМ?

Был исем Алланың үҙе өсөн мөһим. Уға был исемде берәү ҙә бирмәгән, ул уны үҙе һайлаған. Йәһүә былай тигән: «Был мәңгегә минең исемем һәм быуындан-быуынға мине ошо исем менән иҫтә тотһондар» (Сығыш 3:15). Изге Яҙмала Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, Атай, Раббы йә Алла тигән титулдарға ҡарағанда Алланың исеме күпкә йышыраҡ осрай. Шулай уҡ ул кешеләрҙең, мәҫәлән, Ибраһим, Муса, Дауыт йә Ғайса тигән исемдәргә ҡарағанда ла күпкә күберәк ҡулланыла. Бынан тыш, Йәһүә үҙ исеменең билдәле булыуын теләй. Изге Яҙмала: «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине», — тиелә (Зәбур 83:18).

Был исем Ғайса өсөн мөһим. Ғайса өлгөлө доғаһында шәкерттәрен Аллаға бындай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итергә өйрәткән: «Исемең мөҡәддәс тип танылһын» (Матфей 6:9). Ғайса үҙе лә: «Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт», — тип доға ҡылған (Яхъя 12:28). Ғайсаның тормошонда иң мөһиме Алланың исемен данлау булған. Шуға ла ул: «Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен», — тип әйтә алған (Яхъя 17:26).

Был исем Алланы белгәндәр өсөн мөһим. Элек Алланы яратҡан кешеләр был исем яҡлау һәм ҡотолоу менән бәйле икәнен аңлаған. Изге Яҙмала: «Йәһүәнең исеме — ныҡ манара. Тәҡүә кеше шунда ҡасып, яҡлау таба», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:10). Унда тағы ла: «Йәһүә исемен ялбарып саҡырыусы һәр кем ҡотолор», — тип яҙылған (Йәил 2:32). Изге Яҙманан күренеүенсә, Алланың исеме уның хеҙмәтселәрен айырып тора: «Бар халыҡтар, һәр береһе үҙ илаһы исеме хаҡына йөрөйәсәк, ә беҙ Аллабыҙ Йәһүә исеме хаҡына мәңге йөрөйәсәкбеҙ» (Миҡай 4:5; Ғәмәлдәр 15:14).

БЫЛ ИСЕМ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

Алланың сифаттарын аса. Күп кенә тикшеренеүселәрҙең әйтеүенсә, Йәһүә тигән исем «Ул булырға бирә» тигән мәғәнә йөрөтә. Йәһүә Алла үҙ исеменең мәғәнәһен Муса пәйғәмбәргә асҡан. «Кем булырға теләһәм, шул булам» — тип әйткән (Сығыш 3:14). Күренеүенсә, Алланың исеме уның бөтә нәмәгә башланғыс биргән Барлыҡҡа килтереүсе булыуын ғына аңлатмай. Был исем Алла, үҙ ниәтен үтәр өсөн, кем булырға кәрәк, шул була ала тигәнде аңлата. Һәм, бының өсөн, ул барлыҡҡа килтергән нәмәләренә лә шундай уҡ һәләт бирә ала. Алланың титулдары уның дәрәжәһен, хаҡимлығын һәм көсөн тасуирлай, әммә уның исеме генә — Йәһүә — уның кем икәнен һәм кем була ала икәнен күрһәтә.

Был исем — Алла өсөн мөһим булыуыбыҙға дәлил. Алла исеменең мәғәнәһе барлыҡҡа килтергән нәмәләре тураһында, шул иҫәптән, беҙҙең турала ла һәр ваҡыт ҡайғыртасағына беҙҙе ышандыра. Бынан тыш, Алла үҙ исемен беҙгә асҡан икән, тимәк, беҙҙең уға дуҫ булыуыбыҙҙы теләй. Уйлап ҡарағыҙ, кешеләр Алланан уның исемен һорар алдынан уҡ, ул уларға үҙ исемен асҡан. Шулай итеп, Алла үҙен яҡынлаша алмаҫлыҡ илаһ итеп түгел, ә беҙгә дуҫ була алырлыҡ реаль Шәхес итеп ҡабул итеүебеҙҙе теләй (Зәбур 73:28).

Алланы исеме менән атап, уға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Әйтәйек, һеҙ дуҫлашырға теләгән кешегә үҙегеҙгә исемегеҙ менән өндәшергә ҡушҡанһығыҙ, ти. Ә ул барыбер исемегеҙ менән өндәшмәһә, нимә эшләрһегеҙ? Ваҡыт уҙыу менән, бәлки, был кешенең дуҫлашырға теләүенә шикләнә башларһығыҙ. Алла менән дә шулай. Йәһүә үҙенә исеме менән мөрәжәғәт итергә ҡуша. Уның ҡушҡанын үтәп, Йәһүә менән мөнәсәбәтебеҙҙе ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ә ул, үҙ сиратында, «уның исеме тураһында уйланған» кешеләрҙе ҡәҙерләй (Малахи 3:16).

Алланың исемен белеү — уның яҡын дуҫы булыуға беренсе аҙым. Әммә бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа, ә был исем артында кем торғанын белергә һәм уның менән яҡыныраҡ танышырға кәрәк.

АЛЛАНЫҢ ИСЕМЕ НИСЕК? Алланың исеме — Йәһүә. Был исем уникаль һәм Алла үҙенең һәр вәғәҙәһен үтәй ала тигәнде аңлата