Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Изгелек юлында» ҡалығыҙ

«Изгелек юлында» ҡалығыҙ

«Унда ҙур юл булыр, ул „Изгелек юлы“ тип аталыр» (ИШАҒ. 35:8).

31-СЕ ЙЫР Алла юлында йөрө!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. Вавилонда йәшәгән йәһүдтәргә ниндәй мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған? (Езра 1:2—4).

 БАТШАНАН фарман сыға! Вавилонда 70 йыл самаһы әсирлектә булған йәһүдтәр туған иленә — Израилгә ҡайта алған. (Езра 1:2—4-те уҡығыҙ.) Был тик Йәһүә ярҙамы менән генә мөмкин булған. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки Вавилон, ғәҙәттә, әсирлектә булған кешеләрҙе азат итмәгән (Ишағ. 14:4, 17). Әммә Вавилон империяһы тар-мар ителгәс, яңы идарасы йәһүдтәргә туған ерҙәренә ҡайтырға рөхсәт иткән. Һөҙөмтәлә уларҙың һәр береһенә, айырыуса ғаилә башлыҡтарына, Вавилондан китергәме-юҡмы тигән ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған. Ундай ҡарарҙы ҡабул итеү еңел булмаған. Ни өсөн?

2 Күптәр оло йәштә булғанға күрә был оҙон һәм ҡурҡыныс юлға сығырға баҙнат итмәгәндер. Йәһүдтәрҙең күбеһе Вавилонда тыуған, шуға күрә улар был ерҙән башҡа бер нәмә лә күрмәгән. Израиль ере улар өсөн тик ата-бабаларының иле булған. Бынан тыш, ҡайһы бер йәһүдтәр Вавилонда, күрәһең, байып киткән, шуға күрә уларға, уңайлы өйҙәрен, уңыш килтергән эштәрен ҡалдырып, таныш булмаған ергә күсенеү еңел булмағандыр.

3. Израиль иленә ҡайтырға йыйынған йәһүдтәрҙе ниндәй фатихалар көткән?

3 Аллаға тоғро ҡалған йәһүдтәр Израилгә ҡайтыу күп фатихалар килтерәсәген белгән, шуға күрә улар ҙур ҡорбандарға барырға әҙер булған. Улар өсөн иң ҙур фатиха Йәһүәгә табыныу менән бәйле булған. Вавилонда 50-нән ашыу ғибәҙәтхана булһа ла, унда Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы булмаған. Израилдәрҙең ҡорбан килтереү урындары булмаған, шуға күрә улар Муса ҡануны буйынса ҡорбан килтерә алмаған. Шулай уҡ ойошторолған руханилыҡ хеҙмәте лә булмаған. Бынан тыш, Алла халҡы мәжүсиҙәр араһында, Йәһүәне һәм уның ҡанундарын һанға һуҡмаған ирҙәр һәм ҡатындар араһында йәшәгән. Шуға күрә меңәрләгән тоғро йәһүдтәр туған илгә ҡайтыуҙарын һәм саф ғибәҙәт ҡылыуҙың торғоҙолоуын түҙемһеҙлек менән көткән.

4. Израилгә ҡайтырға йыйынған йәһүдтәргә Йәһүә нисек ярҙам итергә вәғәҙә иткән?

4 Вавилондан Израилгә барыу еңел булмаған, сөнки ундай сәйәхәт дүрт ай самаһы ваҡытты алған. Әммә Йәһүә уларҙың юлында булған һәр төрлө кәртәне алып ҡуйырға вәғәҙә иткән. Ишағыя пәйғәмбәр былай тип яҙған: «Йәһүә өсөн юлды әҙерләгеҙ! Сүллек аша Алла өсөн тигеҙ оло юл һалығыҙ. [...] Һикәлтәле юл — таҡыр, таулы-соҡорло ер тигеҙ булып китһен» (Ишағ. 40:3, 4). Бындай күренеште күҙ алдына килтерегеҙ: сүллектә тауҙар аша киң һәм тип-тигеҙ юл һалынған. Сәйәхәтселәр өсөн ундай юл ысын фатиха булыр ине! Ҡалҡыулыҡтар һәм үҙәндәр аша йөрөүгә ҡарағанда, ундай юлдан барыу күпкә еңелерәк һәм тиҙерәк тә.

5. Вавилон менән Израиль араһында ятҡан образлы юл нисек аталған?

5 Бөгөнгө көндәрҙә күп юлдарҙың исемдәре йәиһә һандары бар. Ишағыя пәйғәмбәр яҙған образлы юлдың да исеме бар. Изге Яҙмала был юл тураһында беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «Унда ҙур юл булыр, ул „Изгелек юлы“ тип аталыр. Унан әшәке кеше йөрөмәҫ» (Ишағ. 35:8). Израилдәр өсөн был вәғәҙә нимәне аңлатҡан? Һәм был беҙҙең өсөн ниндәй мәғәнә йөрөтә?

«ИЗГЕЛЕК ЮЛЫ»: БОРОНҒО ВАҠЫТТА ҺӘМ БӨГӨНГӨ КӨНДӘРҘӘ

6. Ни өсөн юл изге тип аталған?

6 «Изгелек юлы» — юл өсөн бик матур исем! Ә ни өсөн ул изге тип аталған? Пәйғәмбәрлектә, әсирлектән ҡайтҡан израилдәр араһында «әшәке кеше» булмаҫ, тиелгән. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, улар араһында үҙҙәрен әхлаҡһыҙ тотҡан, боттарға табынған йәиһә башҡа етди гонаһтар ҡылған кеше булмаҫ. Израиль халҡы Алла өсөн «изге халыҡ» булып китергә тейеш булған (Ҡан. 7:6). Әлбиттә, был һүҙҙәр Вавилондан сыҡҡан кешеләргә үҙҙәрен үҙгәртергә кәрәкмәй тигәнде аңлатмаған.

7. Ҡайһы бер йәһүдтәргә ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәк булған? Миҫалдар килтерегеҙ.

7 Әйтеп кителгәнсә, йәһүдтәрҙең күбеһе Вавилонда тыуған. Уларҙың күбеһе, күрәһең, Вавилондағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштергән. Беренсе йәһүдтәр Израилгә ҡайтҡандан һуң бер нисә тиҫтәләгән йыл үткәс, Езра уларҙың ҡайһы берҙәренең мәжүси ҡыҙҙарын ҡатынлыҡҡа алғанын белеп ҡалған (Сығ. 34:15, 16; Езра 9:1, 2). Һуңыраҡ идарасы Ниҡәми Израилдә тыуған ҡайһы бер балаларҙың йәһүд телендә һөйләшә белмәгәнен ишетеп аптыраған (Ҡан. 6:6, 7; Ниҡ. 13:23, 24). Алла Һүҙе яҙылған телде аңламаған малайҙар һәм ҡыҙҙар Йәһүәне ярата аламы ни? (Езра 10:3, 44). Шуға күрә был йәһүдтәргә етди үҙгәрештәр яһарға кәрәк булған. Әммә Израилдә уларға быны эшләү еңелерәк булған, сөнки унда саф ғибәҙәт ҡылыу торғоҙола башлаған (Ниҡ. 8:8, 9).

1919 йылдан алып инде миллионлаған ирҙәр, ҡатындар һәм балалар, Бөйөк Вавилондан сығып, «Изгелек юлынан» бара. (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Күп быуаттар элек булған ваҡиғалар ни өсөн беҙҙе ҡыҙыҡһындырырға тейеш? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

8 Ҡайһы берәүҙәр: «Әлбиттә, был ҡыҙыҡлы, әммә боронғо ваҡытта йәһүдтәр менән булған хәл миңә нисек ҡағыла?» — тип уйлап ҡуйыр. Ниндәйҙер мәғәнәлә беҙ «Изгелек юлынан» барабыҙ, тип әйтеп була. Күктә йәшәргә өмөтләнәбеҙме йә ерҙәме, беҙҙең бөтәбеҙгә лә «Изгелек юлында» ҡалырға кәрәк (Яхъя 10:16). Был юл, рухи ожмах аша үтеп, Батшалыҡ килтерәсәк фатихаларға алып бара b. 1919 йылдан алып миллионлаған ирҙәр, ҡатындар һәм балалар, Бөйөк Вавилондан — ялған диндең бөтә донъя империяһынан сығып, был юлға баҫҡан. Һеҙ ҙә, моғайын, уларҙың һанына инәһегеҙҙер. «Изгелек юлы» яҡынса 100 йыл элек асылһа ла, уны әҙерләү эштәре күп быуаттар алдан башланған.

ЮЛДЫ ӘҘЕРЛӘҮ ЭШТӘРЕ

9. «Изгелек юлын» әҙерләү эштәре тураһында Ишағыя 57:14-тә нимә әйтелә?

9 Йәһүә Вавилондан сыҡҡан йәһүдтәрҙең юлынан бөтә кәртәләрҙе алып ҡуйған. (Ишағыя 57:14-те уҡығыҙ.) Ә бөгөнгө «Изгелек юлы» тураһында нимә әйтеп була? 1919 йылға тиклем бер нисә быуаттар дауамында Йәһүә, Бөйөк Вавилондан сыҡҡан юлды таҙартыр өсөн, ҡайһы бер диндар ирҙәрҙе ҡулланған. (Ишағыя 40:3 менән сағыштырығыҙ.) Эскерһеҙ кешеләр Бөйөк Вавилондан сығып саф ғибәҙәт торғоҙолған рухи ожмахҡа керә алһын өсөн, улар ҙур эштәр башҡарған. Был юлды әҙерләү эштәре үҙ эсенә нимәне ала? Әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.

1919 йылға тиклем күп быуаттар дауамында диндар кешеләр Бөйөк Вавилондан сыҡҡан юлды таҙартҡан (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10, 11. Изге Яҙманы баҫтырыу һәм тәржемә итеү эше нисек хәҡиҡәттең таралыуына булышлыҡ иткән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

10 Китап баҫтырыу. XV быуаттың урталарына тиклем Изге Яҙманың күсермәләре ҡулдан яһалған. Был эш күп ваҡыт алған, шуға күрә Изге Яҙма китаптары әҙ һәм бик ҡиммәтле булған. Әммә һуңыраҡ, баҫтырыу станогы уйлап сығарылғас, Изге Яҙманы баҫтырыу һәм таратыу еңелерәк булып киткән.

11 Тәржемә итеү. Быуаттар дауамында Изге Яҙма латин телендә генә булған, шуға күрә уны тик уҡымышлы кешеләр аңлай алған. Китап баҫтырыу эше киң таралғас, Алланы тәрән хөрмәт иткән кешеләр Изге Яҙманы ябай халыҡ һөйләшкән телдәргә әүҙем тәржемә итә башлаған. Шулай итеп кешеләр руханиҙарҙың өйрәтеүҙәрен Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр менән сағыштыра алған.

Диндар кешеләр Бөйөк Вавилондан сыҡҡан юлды таҙартҡан (12—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) c

12, 13. XIX быуатта Изге Яҙманы иғтибар менән тикшергән кешеләр нисек ялған диндең өйрәтеүҙәрен фаш итә башлаған? Миҫал килтерегеҙ.

12 Изге Яҙманы өйрәнер өсөн баҫмалар. Изге Яҙманы иғтибар менән тикшергән кешеләр Алла Һүҙенән бик күпте белгән һәм белгәндәрен башҡаларға һөйләгән. Был руханиҙарҙың асыуын сығарған. Мәҫәлән, XIX быуатта бер нисә эскерһеҙ ир кеше сиркәүҙең ялған өйрәтеүҙәрен фаш иткән брошюралар сығара башлаған.

13 Яҡынса 1835 йылда Генри Гру исемле диндар кеше үлгәндәрҙең ниндәй хәлдә булыуы тураһында брошюра сығарған. Ул был брошюрала Изге Яҙма ярҙамында сиркәүҙәрҙең өйрәтеүҙәрен фаш иткән. Күпселек сиркәүҙәр, кешеләр үлемһеҙ йәнгә эйә булып тыуа, тип өйрәтә, ә ысынында үлемһеҙ тормошто тик Алла ғына бүләк итә. 1837 йылда Джордж Сторрз исемле пастор поезда барғанда был брошюраның бер экземплярын тапҡан. Уны уҡығандан һуң ул бик мөһим хәҡиҡәтте аңлаған һәм башҡаларға һөйләргә ҡарар иткән. 1842 йылда ул «Яуыз кешеләр үлемһеҙ йәнде мираҫ итеп аламы?» тигән темаға арналған лекциялар менән сығыш яһаған. Джордж Сторрздың яҙыуҙары Чарлз Расселл исемле йәш кешегә яҡшы йоғонто яһаған.

14. Расселл ҡәрҙәш һәм уның фекерҙәштәре «Изгелек юлын» әҙерләү эштәренән нисек файҙаланған? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

14 Расселл ҡәрҙәш һәм уның фекерҙәштәре «Изгелек юлын» әҙерләү эштәренән нисек файҙаланған? Улар элек баҫтырылған Изге Яҙманың тәржемәләрен, һүҙлектәрҙе, симфонияларҙы Изге Яҙманы тикшереүҙә ҡулланған. Шулай уҡ уларға Генри Гру, Джордж Сторрз һәм башҡаларҙың тикшеренеүҙәре ярҙам иткән. Расселл ҡәрҙәш һәм уның фекерҙәштәре, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән күп китаптар һәм брошюралар сығарып, рухи «юл эштәренә» тос өлөш индергән.

15. 1919 йылда ниндәй мөһим ваҡиғалар булған?

15 1919 йылда Алла халҡы Бөйөк Вавилондың әсирлегенән азат ителгән. Шул уҡ йылды «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» барлыҡҡа килгән, һәм был үҙ ваҡытында булған, сөнки ул «Изгелек юлында» барған эскерһеҙ кешеләрҙе ҡаршы ала алған (Матф. 24:45—47). Был юлға баҫҡан кешеләр тоғро хеҙмәтсе һәм элек «Изгелек юлында» эшләгән эшселәр ярҙамында Алланың ниәттәре тураһында күберәк белем алған (Ғиб. һүҙ. 4:18). Һәм улар үҙ тормоштарын Алланың талаптарына тура килтерә башлаған. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренән шунда уҡ үҙгәреүҙәрен көткәнме? Юҡ, ул үҙ халҡын яйлап сафландырған. ( «Йәһүә үҙ халҡын яйлап сафландыра» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Киләсәктә Аллабыҙға бөтә яҡтан да яраҡлы була алғаныбыҙға ни тиклем шатланырбыҙ! (Кол. 1:10).

«ИЗГЕЛЕК ЮЛЫ» ӘЛЕ АСЫҠ

16. 1919 йылдан башлап «Изгелек юлы» нисек хеҙмәтләндерелә? (Ишағыя 48:17; 60:17).

16 Бөтә юлдарҙы ла хеҙмәтләндереп торорға кәрәк. Бөйөк Вавилондан күберәк кеше сыға алһын өсөн, 1919 йылдан башлап «Изгелек юлында» ла эштәр дауам ителә. Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе үҙ йөкләмәһен үтәргә керешкәндән һуң күп тә үтмәҫтән, 1921 йылда, «Алланың арфаһы» тигән китап баҫтырған. Был китап кешеләрҙе Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр менән таныштырған. Уның тиражы 36 телдә яҡынса 6 миллион дана тәшкил иткән. Был китап күптәргә хәҡиҡәтте белергә ярҙам иткән. Ә күптән түгел Изге Яҙманы өйрәнер өсөн «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән яңы китап сыҡты. Һуңғы көндәрҙә Йәһүә үҙ ойошмаһы аша «Изгелек юлында» ҡалырға ярҙам итер өсөн беҙҙе рухи аҙыҡ менән тәьмин итеп тора. (Ишағыя 48:17; 60:17-не уҡығыҙ.)

17, 18. «Изгелек юлы» ҡайҙа алып бара?

17 Изге Яҙманы өйрәнә башлаған кешенең «Изгелек юлына» баҫырға мөмкинлеге асыла, тип әйтеп була. Ҡайһы берәүҙәр күпмелер ваҡыт был юлдан бара, ә һуңынан уны ҡалдыра. Башҡалар, билдәләнгән пунктҡа барып еткәнсе, тәүәккәллек менән был юлда ҡалырға ынтыла. Билдәләнгән пункт нимә ул?

18 Күктә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙе «Изгелек юлы» күктәге «Алла ожмахына» алып бара (Асыл. 2:7). Ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙе иһә был юл Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында камиллыҡҡа алып бара. Әгәр һеҙ ошо юлдан барһағыҙ, артҡа әйләнеп ҡарамағыҙ һәм, билдәләнгән пунктҡа — яңы донъяға барып еткәнсе, был юлдан тайпылмағыҙ. Беҙ һеҙгә ысын күңелдән хәйерле юл теләйбеҙ!

24-СЕ ЙЫР Йәһүә тауына килегеҙ

a Йәһүә Вавилондан Израилгә барған образлы юлды «Изгелек юлы» тип атаған. Бөгөн дә Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре өсөн юл һалған, тип әйтеп буламы? Эйе! 1919 йылдан алып миллионлаған кеше Бөйөк Вавилондан сығып «Изгелек юлынан» бара. Билдәләнгән пунктҡа барып етер өсөн, һәр беребеҙ ошо юлда ҡалырға тейеш.

c РӘСЕМДӘ. Расселл ҡәрҙәш һәм уның фекерҙәштәре Изге Яҙманы өйрәнер өсөн элегерәк әҙерләнгән баҫмаларҙы ҡулланған.