Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

«Рухи йырҙарҙың» һүҙҙәрен ятлағыҙ

«Ҡайһы саҡта мин үҙемде бөтөнләй эшкинмәгән итеп хис итәм. Шундай көндәрҙә Йәһүә мине телевидениебыҙҙағы йырҙар аша рухландыра» (Лоррейн, АҠШ).

«Рухи йырҙар» һәр ваҡытта ла мәсихселәрҙең ғибәҙәт ҡылыуының өлөшө булып торҙо (Кол. 3:16). Уларҙың һүҙҙәрен ятлап алһағыҙ, ҡул аҫтында йыр китабы йә электрон яйланмағыҙ булмаһа ла, йырҙар һеҙҙе рухландырып ебәрә ала. Йырҙарҙың һүҙҙәрен ятлап алыр өсөн ошо кәңәштәрҙе ҡулланып ҡарағыҙ.

  • Һүҙҙәрен иғтибар менән уҡығыҙ һәм мәғәнәһенә төшөнөргә тырышығыҙ. Беҙ нимәнелер яҡшы аңлаһаҡ, иҫтә ҡалдырыуы еңелерәк. Беҙҙең телевидениебыҙҙағы бөтә йырҙар, шул иҫәптән балалар өсөн дә йырҙар, jw.org сайтында бар. «Китапхана», шунан «Музыка» тигән һалынманы асығыҙ.

  • Йырҙарҙы ҡулдан күсереп алығыҙ. Шул саҡта улар хәтерҙә уйылып ҡала (Ҡан. 17:18).

  • Һүҙҙәрен ҡысҡырып уҡығыҙ. Йырҙың һүҙҙәрен уҡып сығығыҙ йә уны бер нисә тапҡыр йырлағыҙ.

  • Хәтерегеҙҙе тикшерегеҙ. Тексҡа ҡарамайынса йырҙы иҫкә төшөрөргә тырышығыҙ. Ә шунан дөрөҫ ятланығыҙмы икәнен тикшерегеҙ.