Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ни өсөн Алла ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй?

Ни өсөн Алла ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй?

Күктәге Атабыҙ Йәһүә Аллаға беҙҙең ихлас доғаларыбыҙҙы ишетеү оҡшай. Шулай ҙа ул ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй. Ни өсөн? Доға ҡылғанда беҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк? Изге Яҙманан бер нисә кәңәште ҡарап сығайыҡ.

«Доға ҡылғанда... бер үк нәмәне ҡат-ҡат әйтмәгеҙ» (Матфей 6:7, ЯДТ).

Йәһүә ятланған доғаларҙы ҡат-ҡат ҡабатлауыбыҙҙы йәки уларҙы доғалыҡтан уҡыуыбыҙҙы теләмәй. Киреһенсә, ул беҙҙең ысын күңелдән һөйләүебеҙҙе теләй. Уйлап ҡарағыҙ, әгәр дуҫығыҙ һеҙгә көн һайын бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлап торһа, үҙегеҙҙе нисек хис итер инегеҙ? Яҡшы дуҫтар асыҡтан-асыҡ һәм ихлас аралаша. Үҙ һүҙҙәребеҙ менән доға ҡылып, беҙ күктәге Атабыҙҙы дуҫ тип һанағаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

«Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки... насар ниәт менән һорайһығыҙ» (Яҡуб 4:3).

Әлбиттә, доғала Алла тыйған нәмәләр тураһында һораһаҡ, ул беҙгә яуап бирмәҫ. Мәҫәлән, берәйһе ҡомарлы уйындар уйнап, Алланан аҡса оторға ярҙам итеүен һораһа, Йәһүә уның доғаһына яуап бирерме? Ул бит ҡомһоҙ булмаҫҡа һәм еңел уңышҡа ышанмаҫҡа ҡуша (Ишағыя 65:11; Лука 12:15). Йәһүәнең шундай доғаларға яуап биреренә өмөтләнеү аҡыллы түгел! Алла доғаларыбыҙға яуап бирһен өсөн, беҙ үтенестәребеҙ уның Изге Яҙмала әйткән һүҙҙәренә ҡаршы килмәйме икәнен тикшереп белергә тейеш.

«Ҡанунға ҡолаҡ һалғыһы килмәгән кешенең доғаһы ла ерәнгес» (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:9).

Элекке замандарҙа Хоҙай үҙенең тәҡүә ҡанундарына буйһонмаған кешеләрҙең доғаларына яуап бирмәгән (Ишағыя 1:15, 16). Ул әле лә үҙгәрмәгән (Малахи 3:6). Алланың доғаларыбыҙға яуап биреүен теләһәк, беҙ уның ҡанундары буйынса йәшәр өсөн көсөбөҙҙән килгәнде эшләргә тейеш. Ә элек дөрөҫ булмаған эштәр эшләгән булһаҡ? Был, Йәһүә беҙҙе бер ҡасан да тыңламаҫ, тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ! Тормошобоҙҙо үҙгәртһәк һәм ысын күңелдән Алланы һөйөндөрөргә тырышһаҡ, ул беҙҙе бик теләп кисерер (Ғәмәлдәр 3:19).