Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ СИФАТ

Тыйнаҡлыҡ

Тыйнаҡлыҡ

НИМӘ УЛ ТЫЙНАҠЛЫҠ?

Тыйнаҡ кеше башҡаларҙы хөрмәт итә. Ул үҙен юғары ҡуймай һәм үҙенә айырым иғтибар талап итмәй. Тыйнаҡ кеше башҡалар менән ихлас ҡыҙыҡһына һәм өйрәнергә әҙер.

Ҡайһы берәүҙәр тыйнаҡ кешене көсһөҙ тип һанай. Ысынында иһә, тыйнаҡлыҡ — ул үҙ хаталарыңды танырға һәм мөмкинлектәреңде аңларға ярҙам иткән эске көс.

НИ ӨСӨН ТЫЙНАҠЛЫҠ МӨҺИМ?

  • Тыйнаҡлыҡ башҡалар менән мөнәсәбәттәрҙе нығыта. «Тыйнаҡ кешеләр ғәҙәттә башҡалар менән еңел дуҫлаша», — тип әйтелә «Нарциссизм эпидемияһы» тигән китапта. Унда шулай уҡ, бындай кешеләр «башҡалар менән тиҙ уртаҡ тел таба», тип тә өҫтәлә (The Narcissism Epidemic).

  • Тыйнаҡлыҡ балаға киләсәктә файҙа килтерер. Тыйнаҡлыҡ балаға хәҙер ҙә һәм үҙ-аллы тормошта ла, мәҫәлән, эш эҙләгәндә ярҙам итер. «Үҙе тураһында юғары фекерҙә булып, үҙ кәмселектәрен күрмәгән йәш кеше эшкә урынлашҡанда әңгәмәне үтә алмаҫ, — тип яҙа психолог Леонард Сакс. — Ләкин эш биреүсенең һүҙҙәренә иғтибарлы булған кешене, моғайын, эшкә алырҙар» a.

БАЛАНЫ НИСЕК ТЫЙНАҠЛЫҠҠА ӨЙРӘТЕРГӘ

Балағыҙға үҙенә дөрөҫ ҡараш булдырырға ярҙам итегеҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай» (Галаттарға 6:3).

  • Ялған ориентирҙар бирмәгеҙ. «Бөтә хыялдарың тормошҡа ашыр» һәм «Һин барыһын да булдырырһың» кеүек һүҙҙәр бик өмөтлө яңғырай, әммә ысынында был тик матур һүҙҙәр генә. Балағыҙ үҙ алдына аҡыллы маҡсаттар ҡуйһа һәм уларға ирешергә ынтылһа, ул, моғайын, уңышҡа ирешер.

  • Конкрет эштәр өсөн маҡтағыҙ. Баланы нигеҙһеҙ маҡтау уға тыйнаҡ булырға ярҙам итмәҫ. Конкрет булығыҙ.

  • Баланың социаль селтәрҙәрҙә үткәргән ваҡытын сикләгеҙ. Социаль селтәрҙәрҙә кешеләр үҙ таланттары һәм уңыштары менән маҡтана. Ә был — тыйнаҡлыҡтың ҡапма ҡаршыһы.

  • Баланы тиҙ ғәфү үтенергә өйрәтегеҙ. Бала яңылышһа, уға ғәйебен күрергә һәм танырға ярҙам итегеҙ.

Рәхмәтле булырға өйрәтегеҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Рәхмәтле булығыҙ» (Колостарға 3:15).

  • Тәбиғәт өсөн рәхмәтлек. Балаға тәбиғәтте ҡәҙерләү мөһим икәнен белергә һәм шулай уҡ беҙҙең тормош уға бәйле икәнен аңларға кәрәк. Кеше һауа, һыу һәм ризыҡһыҙ йәшәй алмай. Балаға быны аңлатығыҙ һәм шулай итеп рәхмәтлек хисе үҫтерегеҙ. Уны тирә-яҡтың матурлығын күрергә һәм уның менән һоҡланырға өйрәтегеҙ.

  • Кешеләр өсөн рәхмәтлек. Һәр кешенең унан ҡайһы яҡтандыр өҫтөнөрәк икәнен аңлатығыҙ. Шуға күрә көнләшеү урынына башҡаларҙан өйрәнеү һәм уларҙың тәжрибәһен үҙләштереү яҡшыраҡ булыр.

  • Рәхмәт һүҙҙәре. Баланы дежур һүҙҙәр әйтергә генә түгел, ә ысын күңелдән рәхмәт белдерергә өйрәтегеҙ. Рәхмәтле рух — тыйнаҡлыҡтың айырылғыһыҙ өлөшө.

Баланы башҡаларға ярҙам итергә һәм был мөмкинлекте ҡәҙерләргә өйрәтегеҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен» (Филиптарға 2:3, 4).

  • Балаға өйҙәге эштәрҙе ҡушығыҙ. Баланы өй эштәренән азат итеп, һеҙ асылда уға: «Был эш һинең өсөн түгел. Һинең мөһимерәк эштәрең бар!» — тип әйтәһегеҙ. Әммә күңел асыу түгел, ә тап өйҙәге эштәр беренсе урында торорға тейеш. Балаға, өйҙәге вазифаларын үтәп, яҡындары тураһында ҡайғыртыуын һәм уларҙың бының өсөн рәхмәтле былыуын аңлатығыҙ.

  • Балала башҡаларға ярҙам итеү теләген үҫтерегеҙ. Башҡалар тураһында ҡайғыртмаған кеше етлеккән шәхес була алмай. Шуға күрә баланы ярҙамға мохтаж кешеләрҙе күрергә өйрәтегеҙ. Уның был кешеләр өсөн нимә эшләй алыуы тураһында фекер алышығыҙ. Бала башҡаларға ярҙам итергә тырышһа, уны маҡтағыҙ һәм булышығыҙ.

a «Балалар тәрбиәләү: ата-әсәләрҙең уңышһыҙлығы» тигән китаптан (The Collapse of Parenting).