Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Аралашыу — һеҙҙе балаларығыҙ менән берләштергән күпер ул

АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН

5. Аралашыу

5. Аралашыу

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА

Ата-әсәләр һәм балалар араһында дөрөҫ аралашыу — ике яҡтың да фекерҙәре һәм хистәре менән иркен бүлешеүе ул.

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ

Ата-әсәләргә бигерәк тә үҫмерҙәр менән аралашыуы ауыр. Бәлки, күптән түгел генә бала һеҙҙе үҙ тормошона теләп индергәндер. «Һеҙҙең сәхнә артына пропускығыҙ бар кеүек ине, — тип әйтелә бер китапта. — Ә хәҙер һеҙ тик залда ғына ултыраһығыҙ, етмәһә, урынығыҙ ҙа иң яҡшыһы түгел» («Breaking the Code»). Әммә, был ни тиклем парадоксаль яңғырамаһын, тап ошо осорҙа балалар аралашыуға бик мохтаж!

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА

Тыңларға һәр ваҡыт әҙер булығыҙ. Ҡай саҡ бының өсөн йоҡоңдан баш тартырға тура килә.

«„Тимәк, хәҙер һинең һөйләшкең килә?! Ә иртәрәк булмай инеме? Мин көнө буйы эргәңдә булдым бит“, — тип әйтке килә ҡай саҡта. Ләкин бала һиңә күңелен бушатырға теләгәндә, нисек асыуланаһың инде? Һәр атай һәм әсәй тап шул турала хыяллана бит» (Лиза).

«Мин иртәрәк йоҡларға ятырға яратам, әммә йыш ҡына балалар менән иң ихлас һөйләшеүҙәр төн уртаһында була ине» (Герберт).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен» (1 Коринфтарға 10:24).

Иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәҫкә тырышығыҙ. Бер атай кеше былай тип таный: «Ҡай саҡта балалар менән һөйләшкәндә икенсе нәмәләр тураһында уйлап ултырғанымды абайлайым. Ә улар барыһын да күрә, уларҙы алдап булмай!»

Әгәр һеҙҙең менән дә шулай булһа, телевизорығыҙҙы һүндерегеҙ һәм бөтә гаджеттарығыҙҙы ситкә алып ҡуйығыҙ. Иғтибарығыҙҙы балағыҙҙың һүҙҙәренә туплағыҙ, уның үтенесе нисек кенә бәләкәй булмаһын, ҙур иғтибар менән тыңлағыҙ.

«Балаларыбыҙҙы уларҙың хистәре беҙҙең өсөн мөһим икәненә ышандырырға кәрәк. Юғиһә, улар үҙ эсенә йомолор йәки башҡа берәүҙән ярҙам эҙләр» (Маранда).

«Хатта балағыҙ аҡылһыҙ нәмәләр һөйләһә лә, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ» (Энтони).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ» (Лука 8:18).

Иркен шарттарҙа аралашығыҙ. Баланы ҡаршыңа ултыртып ҡуйып, һорауҙар биреү генә уны һөйләштерергә ярҙам итмәҫ.

«Беҙ машинала аралашабыҙ. Ҡапма-ҡаршы түгел, ә бер-береңдең янында ултырыу асыҡ һөйләшеүгә килтерә» (Николь).

Ашау ваҡыты бала менән асыҡтан-асыҡ аралашыр өсөн тағы бер мөмкинлек бирә.

«Беҙҙең яҡшы ғәҙәт бар. Киске аш ваҡытында бер-беребеҙгә көн дауамында үҙебеҙ менән булған яҡшы һәм насар нәмәләрҙе һөйләйбеҙ. Был беҙҙе берләштерә һәм проблема булғанда яңғыҙ түгел икәнебеҙҙе аңларға ярҙам итә» (Робин).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй... булһын» (Яҡуб 1:19).