Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ:

Ғәзиз кешегеҙ үлгәндә

Ғәзиз кешегеҙ үлгәндә

«Алла яҡшыраҡ белә, туғанҡайым... Илама».

Был һүҙҙәрҙе бышылдап ҡына Альбина * исемле ҡатындың ҡолағына әйткәндәр. Ул автокатастрофала һәләк булған атаһын күмергә килгән булған.

Альбина атаһы менән бик яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған. Әхирәте шулай итеп уны йыуатырға тырышһа ла, был һүҙҙәр уның күңелен тағы ла нығыраҡ әрнеткән. «Уның үлемендә бер яҡшы нәмә лә юҡ», — тип ҡабатлаған ул үҙ-үҙенә. Йылдар үткәс, үҙенең китабында был хәл тураһында яҙғанда, уның ҡайғыһы һаман да баҫылмағаны асыҡ күренгән.

Альбина шуны аңлаған: кешегә, айырыуса мәрхүм менән тығыҙ мөнәсәбәттәрҙә булған булһа, ҡайғыһын кисереп сығыр өсөн күп ваҡыт кәрәк булыуы ихтимал. Изге Яҙмала үлемдең «һуңғы дошман» тип аталыуы бик урынлы (1 Коринфтарға 15:26). Үлем беҙҙең тормошобоҙға йыш ҡына көтмәгәндә бәреп килеп инә лә уны селпәрәмә килтерә һәм беҙҙе ғәзиз кешеләребеҙҙән мәхрүм итә. Бер кемдең дә уға ҡаршы торорлоҡ көсө юҡ. Шуға күрә, үлем һәм уның эҙемтәләре менән осрашҡанда, беҙ, ғәҙәттә, юғалтыу тойғоһо кисерәбеҙ.

Бәлки, һеҙҙең бындай һорауҙар тураһында уйланғанығыҙ барҙыр: ҡайғы баҫылһын өсөн күпме ваҡыт кәрәк? Ҡайғыны нисек кисереп сығырға? Ғәзиздәрен юғалтҡан кешеләрҙе нисек йыуатып була? Мәрхүм булған яҡындарыбыҙ өсөн ниндәй ҙә булһа өмөт бармы?

^ 4 абз. Исем үҙгәртелгән.