Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ябай тормош шатлыҡ килтерә

Ябай тормош шатлыҡ килтерә

ДАНЬЕЛЬ МЕНӘН МИРИАМ, 2000 йылдың сентябрь айында өйләнешеп, Барселона ҡалаһында (Испания) төпләнгән. «Беҙ алып барған тормош күпселек кешенекенән әллә ни айырылып тормай ине, — тип иҫенә төшөрә Даньель. — Беҙ күп кенә аҡса эшләй инек, шуға күрә ресторандарға йөрөргә, сит илдәргә сәйәхәт итергә һәм ҡыйбатлы әйберҙәр һатып алырға мөмкинселегебеҙ булды. Шулай уҡ беҙ даими вәғәзләй инек». Әммә бер ваҡыт барыһы ла үҙгәргән.

2006 йылда үткән конгреста Даньельға бер телмәр бик ныҡ тәьҫир иткән. Ул телмәрҙә: «„Үлемгә алып барылған кешеләргә“ мәңгелек тормош юлына баҫырға ярҙам итер өсөн бар көсөгөҙҙө һалаһығыҙмы?» — тигән һорау бирелгән (Ғиб. һүҙ. 24:11). Телмәрҙә кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡала алған һөйөнөслө хәбәрҙе таратыу ни тиклем мөһим икәненә баҫым яһалған (Ғәм. 20:26, 27). Даньель: «Йәһүә тап миңә мөрәжәғәт иткәндәй тойолдо», — тип иҫенә төшөрә. Телмәрҙә шулай уҡ, хеҙмәтте киңәйтеү күберәк шатлыҡ килтерә, тип әйтелгән. Даньель быға һис тә шикләнмәгән, сөнки Мириам ул ваҡытҡа пионер хеҙмәтен инде башлаған булған һәм хеҙмәтенән ҙур ҡыуаныс алған.

Даньель былай ти: «Мин тормошомда киҫкен үҙгәрештәр яһарға ваҡыт еткәнен аңланым». Ул шулай эшләгән дә. Даньель эшкә сарыф иткән ваҡытын ҡыҫҡартҡан, пионер булып киткән һәм вәғәзселәр етмәгән ерҙә хеҙмәт итеү тураһында уйлай башлаған.

АУЫРЛЫҠТАР ФАТИХАЛАР МЕНӘН АЛМАШЫНҒАН

2007 йылдың май айында Даньель менән Мириам, эштән китеп, Панамаға күскән. Уларҙың быға тиклем был илгә барып ҡайтҡаны булған. Даньель менән Мириамдың яңы территорияһы Кариб диңгеҙендәге Бокас-дель-Торо архипелагының бер нисә утрауынан торған. Шул утрауҙарҙа башлыса ерле халыҡ нгабе йәшәй. Даньель менән Мириам, йыйған аҡсаларын һанап, Панамала яҡынса һигеҙ ай хеҙмәт итергә ниәтләгән.

Утрауҙар буйлап улар — велосипедтарҙа, ә утрауҙан утрауға кәмә менән йөрөгән. Улар беренсе сәйәхәтен бер ваҡытта ла онотмаясаҡ. Даньель менән Мириам ҡояштың көйҙөргөс нурҙары аҫтында текә ҡалҡыулыҡтар аша 32 саҡрым тирәһе юл үткән. Даньель, хәлдән тайып, саҡ иҫен юғалтмаған. Әммә бөтә юл буйы ерле халыҡ кешеләре, Даньель менән Мириамдың урындағы телдә бер нисә һүҙбәйләнеш ятлап алғанын күреп, уларҙы ҡунаҡ иткән. Тиҙҙән улар 23 Изге Яҙма өйрәнеүе алып барған.

Даньель менән Мириамдың аҡсалары бөткәс, уларҙың шатлығы моңһоулыҡ менән алмашынған. Даньель былай тип иҫенә төшөрә: «Кире Испанияға ҡайтыу хаҡында уйлағанда, күҙҙәребеҙ йәшкә мансыла ине. Беҙ Изге Яҙманы өйрәнгән кешеләрҙе ҡалдырып китергә һис тә теләмәнек!» Ләкин бер айҙан һуң улар тулҡынландырғыс яңылыҡ белгән. «Беҙҙе махсус пионер итеп билдәләнеләр. Хеҙмәтебеҙҙе дауам итеү мөмкинселегенә шул тиклем шатландыҡ!» — ти Мириам.

САҒЫШТЫРҒЫҺЫҘ ШАТЛЫҠ

2015 йылда, ойошмала үҙгәрештәр булғанға күрә, Даньель менән Мириамға даими пионер булып хеҙмәт итергә тәҡдим иткәндәр. Улар быға нисек ҡараған? Улар Зәбур 37:5-тә яҙылған бындай һүҙҙәр буйынса эш иткән: «Юлыңды Йәһүәгә тапшыр. Уға өмөт бағла, һәм ул һинең хаҡҡа эш итер». Улар, пионер булып хеҙмәт итергә ҡамасауламаған эш табып, хәҙер Верагуас провинцияһында (Панама) хеҙмәт итә.

Даньель былай тип таный: «Испаниянан күсеп китер алдынан беҙ үҙебеҙҙең ябай тормош алып бара алыуыбыҙҙа шикләнә инек. Әммә беҙ быға ирешә алдыҡ, һәм беҙҙең бөтә кәрәкле нәмә бар». Уларға нимә иң ҙур ҡыуаныс килтерә? Даньель менән Мириам былай ти: «Баҫалҡы кешеләргә Йәһүә тураһында белем алырға ярҙам итеү — иң ҙур шатлыҡ!»