Төп мәғлүмәткә күсеү

ИНТЕРВЬЮ | АНТОНИО ДЕЛЛА-ГАТТА

Ни өсөн рухани сиркәүҙән киткән

Ни өсөн рухани сиркәүҙән киткән

АНТОНИО Делла-Гатта, туғыҙ йыл Римда уҡығандан һуң, 1969 йылда рухани булып киткән. Һуңғараҡ ул Италияның Неаполь ҡалаһы янындағы семинарияның ректоры булған. Унда оҙаҡ тикшеренеүҙәр һәм тәрән уйланыуҙарҙан һуң, католик сиркәүенең тәғлимәттәре Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән, тигән һығымтаға килгән. «Уянығыҙ!» журналының корреспондентына Антонио Алла тураһындағы хәҡиҡәтте нисек тапҡаны тураһында һөйләгән.

Үҙегеҙҙең бала сағығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.

Мин 1943 йылда Италияла тыуғанмын. Беҙҙең ғаилә бәләкәй генә ауылда йәшәне. Атайым фермер һәм балта оҫтаһы булды. Ата-әсәйем мине һәм минең бер туғандарымды католик динендә тәрбиәләне.

Ниңә һеҙ рухани булырға теләнегеҙ?

Малай сағымда мин сиркәүҙә руханиҙарҙың вәғәзен тыңларға ярата торғайным. Уларҙың яңғырауыҡлы тауыштары мине таң ҡалдыра, ә сиркәү йолалары көслө йоғонто яһай ине. Шуға күрә рухани булырға теләнем. 13 йәшемдә әсәйем мине мәктәп-интернатҡа уҡырға бирҙе, унда малайҙарҙы киләсәктә рухани булырға мөмкинлек биргән етдиерәк белем алыуға әҙерләйҙәр ине.

Һеҙ унда Изге Яҙма өйрәндегеҙме?

Дөйөм алғанда, юҡ. Миңә 15 йәш булғанда, уҡытыусыларҙың береһе Ғайса Мәсихтең тормошо һәм хеҙмәте тураһында тарихи хәбәрҙәр яҙылған Инжил китабын бирҙе, һәм мин уны бер нисә ҡат уҡып сыҡтым. 18 йәшемдә Римға киттем, унда туранан-тура папа ҡарамағында булған өс университетта уҡыным. Дини тәғлимәт, тарих, философия, психология, шулай уҡ латин һәм грек телдәрен өйрәндем. Йәкшәмбе вәғәздәре ваҡытында Изге Яҙма аяттарын яттан һөйләп, Изге Яҙма уҡыуҙы тыңлаһаҡ та, асылда беҙ уны өйрәнмәнек.

Ректор булып киткәс, һеҙ дәрестәр бирҙегеҙме?

Күбеһенсә административ эштәр менән шөғөлләнһәм дә, мин Икенсе Ватикан соборының декреттарына арналған дәрестәр үткәрҙем.

Ни өсөн үҙ динегеҙҙә шикләнә башланығыҙ?

Мине өс нәмә борсоно. Беренсенән, сиркәү сәйәсәткә ҡыҫыла. Икенсенән, ул руханиҙар һәм мәхәллә кешеләре араһында хөкөм һөргән әхлаҡһыҙлыҡҡа түҙеп тора. Һәм өсөнсөнән, католик сиркәүенең ҡайһы бер тәғлимәттәрен дөрөҫ түгел кеүек күрҙем. Мәҫәлән, нисек инде ҡайғыртыусан Алла кешеләрҙе үлгәндән һуң мәңге яфалай ала? Йәки Алла доғаларҙы, тиҫбе тартып, йөҙәрләгән тапҡыр ҡабатлауҙы талап итәме ни?

Һеҙ нимә эшләргә булдығыҙ?

Миңә дөрөҫ юлды күрһәт, тип илай-илай Аллаға доға ҡылдым. Мин шулай уҡ итальян телендә яңы баҫтырып сығарылған католик «Иерусалим Библияһын» һатып алдым да уҡый башланым. Бер көндө иртәнсәк йәкшәмбе мессаһынан һуң кейемдәремде элеп торғанда, семинарияға ике ир килеп керҙе. Улар үҙҙәрен Йәһүә шаһиттары тип таныштырҙы. Беҙ сәғәттән артыҡ Изге Яҙма һәм унда ысын динде айырып тороусы билдәләр тураһында нимә әйтелгәне хаҡында һөйләштек.

Был кешеләр һеҙҙә ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы?

Мине уларҙың ҙур ышаныс менән һөйләүе, католик Библияһынан кәрәкле аяттарҙы еңел генә таба алыуы һоҡландырҙы. Һуңғараҡ миңә Марио исемле икенсе бер Йәһүә шаһиты килеп йөрөй башланы. Ул ҙур түҙемлек менән һәр шәмбе көндө, һауа торошо ниндәй генә булмаһын, семинарияға килә һәм иртәнге сәғәт туғыҙҙа инде ишеккә шылтырата ине.

Башҡа руханиҙар һеҙҙең был осрашыуҙарға нисек ҡараны?

Мин уларға беҙҙең һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға тәҡдим иттем, ләкин уларҙың береһе лә Изге Яҙма өйрәнеүгә етди ҡараманы. Ә миңә уны өйрәнеү бик оҡшай ине. Мин үҙемде күптән борсоған иҫ киткес нәмәләр белдем, мәҫәлән, ни өсөн Алланың яуызлыҡҡа һәм ғазаптарға юл ҡуйғанын аңланым.

Юғарыраҡ торған руханиҙар һеҙҙе Изге Яҙма өйрәнеүен туҡтатырға өгөтләмәнеме?

1975 йылда, ҡараштарымды аңлатыр өсөн, бер нисә мәртәбә Римға барҙым. Юғары дәрәжәле руханиҙар мине кире күндерергә маташты, ләкин береһе лә Изге Яҙма ҡулланманы. Ахыр сиктә 1976 йылдың 9 ғинуарында мин, Римға хат яҙып, үҙемде башҡа католик тип иҫәпләмәүем хаҡында хәбәр иттем. Ике көндән һуң семинариянан киттем һәм поезд менән беренсе мәртәбә Йәһүә шаһиттарының осрашыуына барҙым. Был осрашыу Йәһүә шаһиттарының бер нисә йыйылыш бергә йыйылып үткәргән конгресы булып сыҡты. Унда бөтә нәмә лә мин күнеккән нәмәләрҙән бик ныҡ айырылып тора ине. Һәр кемдең үҙ Изге Яҙмаһы бар ине, һәм ораторҙар төрлө темаларға сығыш яһағанда, барыһы ла Изге Яҙмаларын аса ине.

Һеҙҙең ғаиләгеҙ бының барыһын нисек ҡабул итте?

Уларҙың күбеһе миңә көслө ҡаршылыҡ күрһәтте. Ләкин Италияның төньяғында, Ломбардияла йәшәгән бер ҡустымдың Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнгәнен белеп ҡалдым. Мин шунда киттем. Урындағы шаһиттар миңә эш һәм йәшәр урын табырға ярҙам итте. Шул уҡ йылда һуңғараҡ Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылдым.

Мин Аллаға ысынлап та яҡын булып киткәнемде тоям

Был ҡарарығыҙға үкенмәйһегеҙме?

Һис тә юҡ! Мин Аллаға ысынлап та яҡын булып киткәнемде тоям, сөнки хәҙер минең белемдәрем философия һәм сиркәү йолаларына түгел, ә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән. Хәҙер мин башҡаларҙы ихлас күңелдән, ҙур инанғанлыҡ менән өйрәтә алам.