Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

НИ ӨСӨН элек күп ҡатынлы булған һәм Йәһүә шаһиттарын эҙәрләгән кеше үҙе Йәһүә шаһиты булырға ҡарар киткән? Пятидесятниктар сиркәүе пасторын үҙ ҡараштарын үҙгәртергә нимә этәргән? Имен булмаған ғаиләлә ауырлыҡ күреп үҫкән ҡатынға үҙ-үҙенә ҡарата нәфрәт тойғоһон еңергә һәм Аллаға яҡынлашырға нимә ярҙам иткән? Ауыр рок менән мауыҡҡан кеше ни өсөн үҙ ғүмерен Аллаға бағышларға булған? Әйҙәгеҙ, ошо кешеләр хаҡында күберәк беләйек.

«Мин яҡшы ир булып киттем» (РИГОБЕР УЭТО)

  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1941

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: БЕНИН

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: КҮП ҠАТЫНЛЫ БУЛҒАН, ЙӘҺҮӘ ШАҺИТТАРЫН ЭҘӘРЛӘГӘН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Мин Бенинда, Котону тигән ҙур ҡалала тыуып үҫтем. Католиктар ғаиләһендә тәрбиәләнһәм дә, сиркәүгә мин һирәк йөрөй инем. Элек күп ҡатынлылыҡ беҙҙә закон буйынса рөхсәт ителгәнгә күрә, күп католиктар бер нисә ҡатын ала торғайны. Минең дә дүрт ҡатыным бар ине.

1970 йылдарҙа хәрби переворот булғас, мин илебеҙҙә тормош яҡшырыр тип уйланым. Шуға ла яңы хөкүмәтте яҡлап, сәйәсәттә ҡатнаша башланым. Яңы власть яҡлы булған кешеләр Йәһүә шаһиттарын яратмай ине, сөнки улар сәйәси яҡтан нейтралитет һаҡлайҙар ине. 1976 йылда Йәһүә шаһиттарының миссионерҙарын илдән ҡыуҙылар, һәм мин улар инде бер ҡасан да кире килмәҫ тип уйланым.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

1990 йылда илдәге сәйәси хәл үҙгәрҙе. Ғәжәпләнеүемә ҡаршы, күп тә үтмәй, Йәһүә шаһиттары кире килде. Мин, уларҙы Алла үҙе яҡлайҙыр, тип уйлап ҡуйҙым. Ул ваҡытҡа мин икенсе эшкә күскәйнем, ундағы бер хеҙмәттәшем Йәһүә шаһиты булып сыҡты. Ул миңә үҙ ышаныуҙары хаҡында һөйләй башланы һәм Изге Яҙманан, Йәһүә — ул мөхәббәт һәм ғәҙеллек Аллаһы, тип яҙылған аяттарҙы күрһәтте (Ҡанун 32:4; 1 Яхъя 4:8). Алланың был сифаттары миңә бик оҡшаны. Мин Йәһүә хаҡында күберәк белергә теләнем һәм Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаштым.

Тиҙҙән мин Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына йөрөй башланым. Улар араһындағы эскерһеҙ яратыу мине шаҡ ҡатырҙы: улар кешеләрҙе расаһына һәм социаль хәленә ҡарап айырмай ине. Йәһүә шаһиттары менән күберәк аралашҡан һайын, уларҙың Ғайсаның ысын шәкерттәре булыуына ышанысым да арта барҙы(Яхъя 13:35).

Мин шуны аңланым: әгәр Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләһәм, миңә католик сиркәүенән китергә кәрәк буласаҡ. Был еңел булманы, сөнки мин, башҡалар минең хаҡта ни уйлар, тип ҡурҡтым. Ҡыйыулыҡ туплар өсөн күп ваҡыт кәрәк булды, һәм мин Йәһүә ярҙамы менән сиркәүҙән китә алдым.

Бынан тыш, миңә тағы бер етди үҙгәреш яһарға кәрәк ине. Изге Яҙманан мин Алланың күп ҡатынлылыҡты хупламауын белдем (Башланмыш 2:18—24; Матфей 19:4—6). Алла ҡарашынан минең тәүге ҡатыным ғына законлы тормош юлдашым булып сыға. Уның менән никахымды рәсми рәүештә теркәнем дә, ҡалған ҡатындарымдың матди ихтыяждары хаҡында хәстәрлек күреп, улар менән хушлаштым. Бер ни тиклем ваҡыттан уларҙың да икеһе Йәһүә шаһиты булып китте.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ.

Ҡатыным католик булып ҡалһа ла, Йәһүәгә хеҙмәт итергә тигән ҡарарымды хөрмәт итә. Ир булараҡ яҡшы яҡҡа үҙгәреүемде ҡатыным күрә, мин үҙем дә быны һиҙәм.

Элек мин сәйәсәттә ҡатнашып, халҡым тормошон яҡшырта алырмын тип уйлай инем, әммә һалған тырышлыҡтарым бушҡа булып сыҡты. Хәҙер иһә аңлайым: кешелек проблемаларын тик Алла Батшалығы ғына хәл итә ала (Матфей 6:9, 10). Бәхетле тормошҡа юл асҡаны өсөн мин Йәһүәгә сикһеҙ рәхмәтлемен.

«Үҙемде үҙгәртеү ауыр булды» (АЛЕШ ЛЕМОС СИЛВА)

  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1977

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: БРАЗИЛИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ПЯТИДЕСЯТНИКТАР СИРКӘҮЕНЕҢ ПАСТОРЫ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Мин Сан-Паулу штатының Иту ҡалаһы ситендә тыуып үҫтем. Был районда енәйәтселек ныҡ таралған ине.

Мин рәхимһеҙ һәм әхлаҡһыҙ кеше инем. Бынан тыш, наркотиктар һатыу менән шөғөлләндем. Әммә тора-бара мин бындай тормош рәүешенең йә төрмәгә, йә ҡәбергә килтерәсәген аңланым. Шуға күрә тормошомдо үҙгәртергә булдым: мин пятидесятниктар сиркәүенә йөрөй башланым һәм һуңыраҡ пастор булып киттем.

Сиркәүҙә хеҙмәт итеп, мин кешеләргә ярҙам итә алырмын тип уйланым. Хатта урындағы радио аша дини тапшырыуҙар алып барҙым һәм яҡын-тирәлә билдәле кешегә әйләндем. Ләкин тиҙҙән мин кешеләрҙең именлеге сиркәүҙе артыҡ борсомай, ә инде Алланы данлау уны һис тә ҡыҙыҡһындырмай икәненә төшөндөм. Мин шуны аңланым: сиркәүҙең берҙән-бер маҡсаты — аҡса. Һөҙөмтәлә, мин унан китергә булдым.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлағас та, мин уларҙың башҡа диндәрҙәге кешеләрҙән айырылып тороуын күрҙем. Мин ике нәмәгә иғтибар иттем. Беренсенән, Йәһүә шаһиттары Алланы һәм яҡыныңды яратыу хаҡында һөйләп кенә ҡалмай, ә быны эштәре менән күрһәтә. Икенсенән, улар сәйәсәттә һәм хәрби конфликттарҙа ҡатнашмай (Ишағыя 2:4). Быларҙың барыһы мине хаҡ динде — мәңгелек тормошҡа илтеүсе ҡыҫынҡы юлды табыуыма инандырҙы(Матфей 7:13, 14).

Мин Аллаға яраҡлы булыр өсөн тормошомда ҙур үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген аңланым. Ғаиләмә күберәк иғтибар бүлергә тейешмен. Бынан тыш, миңә баҫалҡылыҡ етмәй ине. Үҙемде үҙгәртеү ауыр булды, ләкин Йәһүә ярҙамы менән быны булдыра алдым. Миндәге үҙгәрештәр ҡатыныма бик ныҡ тәьҫир итте. Ул Изге Яҙманы минән элегерәк өйрәнә башлағайны, хәҙер иһә минең уңыштарымды күреп, рухи яҡтан тиҙерәк үҫә башланы. Оҙаҡламай инде беҙ икебеҙ ҙә Йәһүә шаһиты булырға ҡарар иттек һәм бер үк көндә һыуға сумдырылдыҡ.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ.

Беҙ ҡатыным менән өс бала тәрбиәләйбеҙ һәм уларға Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам итәбеҙ. Беҙ бик бәхетле ғаилә. Йәһүәгә үҙенең Һүҙендәге хәҡиҡәтте белергә ярҙам иткәне өсөн мин бик тә рәхмәтле. Изге Яҙма ысынлап та кеше тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә. Мин — быға тере дәлил.

«Элек ҡылған гонаһтарым мине инде борсомай» (ВИКТОРИЯ ТОНГ)

  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1957

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: АВСТРАЛИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: АУЫР БАЛА САҠ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ:

Мин Яңы Көньяҡ Уэльс штатының Ньюкасле ҡалаһында тыуғанмын. Мин ғаиләбеҙҙәге ете баланың иң олоһо инем. Атайым эсергә яратты һәм йыш ҡына беҙҙе туҡмай ине. Әсәйем дә бик рәхимһеҙ булды. Ул да беҙҙе туҡмай һәм кәмһетә ине. Миңә әсәйем гел генә, һин йүнһеҙ, һин тамуҡта яфаланасаҡһың, тип ҡурҡыта ине. Уның ошо һүҙҙәренән ҡотом алына торғайны.

Әсәйемдең тәнемде күгәрткәнсә туҡмауҙары арҡаһында мин йыш ҡына дәрестәргә бара алмай инем. 11 йәшемдә мине атай-әсәйемдән алып, башта балалар йортона, һуңыраҡ монастырға бирҙеләр. 14 йәш тулғас, мин унан ҡастым. Өйгә ҡайтҡым килмәгәнлектән, Сидней ҡалаһының Кингс-Кросс районы урамдарында йәшәнем.

Шул саҡта мин наркотиктарға һәм иҫерткес эсемлектәргә әүәҫләнеп киттем, порнография ҡарай һәм фәхишәлек менән шөғөлләнә башланым. Бер ваҡыт минең менән ҡот осҡос хәл булды. Ул саҡта мин бер төнгө клуб хужаһында йәшәй инем. Уға ике кеше килде, һәм хужа мине йоҡо бүлмәһенә ебәрҙе. Әммә мин йәшенеп кенә уларҙың һөйләшеүен тыңларға булдым. Хужа мине теге кешеләргә һатып ебәреү хаҡында килешә ине. Улар иһә мине Японияла барҙа эшләтер өсөн, йөк карабына ултыртып, шунда ебәрергә йыйына ине. Мин ҡотом осоп балконға атылып сыҡтым да, һикереп төшөп, ҡастым.

Шунан мин Сиднейға бер аҙ ваҡытҡа ғына килгән бер ирҙе осраттым һәм, бәлки, ул бер аҙ аҡса бирер тип өмөтләнеп, уға хәлемде һөйләп бирҙем. Ул мине, йыуынып һәм бер аҙ ашап алыр өсөн, үҙенә саҡырҙы. Мин уның менән киттем, һәм шулай килеп сыҡты, бөтөнләйгә шунда ҡалдым. Бер йыл үтеүгә беҙ уның менән өйләнештек.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Мин Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башланым. Өйрәнгән саҡта төрлө хистәр тыуа ине. Яуызлыҡтың сығанағы Шайтан икәнен белгәс, асыуым килде, миңә бит һәр ваҡыт беҙҙе Алла ғазаптарға дусар итә тип әйтәләр ине. Ә инде Алланың кешеләрҙе тамуҡта яфаламауын аңлағас, күңелемә еңел булып китте. Был тәғлимәт мине ошоғаса гел ҡурҡыуға һала ине.

Йәһүә шаһиттарының ҡарарҙар ҡабул итер алдынан гел Изге Яҙманан етәкселек эҙләүе мине бик ғәжәпләндерҙе. Улар үҙ иманына ярашлы йәшәй ине. Холҡомдо иҫәпкә алғанда, мин һис тә бүләк түгел инем, әммә Йәһүә шаһиттары миңә яратыу һәм хөрмәт күрһәтте.

Иң ауыры үҙемде һис кемгә кәрәкһеҙ, эшкинмәгән бер бәндә тип хис итеүҙән арыныу булды. Үҙ-үҙемде нәфрәт итә инем, һәм был тойғо мине оҙаҡ йылдар буйы ҡалдырмай яфаланы. Йәһүәне ярата инем, әммә ул мине бер ҡасан да яратмаясаҡ тип уйланым.

Һыуға сумдырылыуымдан һуң 15 йыл үткәс кенә, фекер йөрөтөү рәүешем үҙгәрә башланы. Бер ваҡыт Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залында телмәр һөйләгән докладсы Яҡуб 1:23, 24-кә иғтибар итте. Шул аяттарҙа Алла Һүҙе көҙгө менән сағыштырыла. Был көҙгөлә беҙ үҙебеҙҙе Йәһүә нисек күрә, шулай итеп күрә алабыҙ. Шунда уйлап ҡуйҙым: ә, бәлки, мин үҙ-үҙемә Алла кеүек ҡарамайымдыр? Тәүҙә мин был фекерҙе кире ҡаҡтым. Мин һаман да, Йәһүәнән яратыу көтә алмайым, тип уйлай инем.

Бер нисә көндән һуң мин Ишағыя 1:18-ҙе уҡыным. Һәм был аят минең тормошомдо үҙгәртте. Унда Йәһүәнең ошондай һүҙҙәре килтерелә: «Килегеҙ, арабыҙҙағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлайыҡ... Гонаһтарығыҙ ал ҡыҙыл туҡыма кеүек булһа ла, улар ҡарҙай аҡ булып китер». Әйтерһең дә, Йәһүә минең үҙемә былай тип өндәште: «Вики, әйҙә, арабыҙҙағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлайыҡ. Мин һине лә, гонаһтарыңды ла беләм, йөрәгеңде күрәм һәм һине яратам».

Ул төндә мин йоҡлай алманым. Йәһүәнең үҙемде яратыуына һаман да шикләнә инем, әммә Ғайсаның йолом ҡорбаны хаҡында уйлана башланым. Ниһайәт, төшөндөм: Йәһүә бит, ошоғаса бик оҙаҡ сабыр итеп, төрлө ысулдар менән миңә үҙ яратыуын күрһәтә. Мин иһә: «Юҡ, һинең яратыуың етерлек түгел. Ә Улыңдың ҡорбаны минең гонаһтарымды бер ваҡытта ла юя алмай», — тип, киреһен һөйләйем булып сыға. Был Йәһүә биргән йоломдан баш тартыу кеүек күренә ине. Әммә хәҙер инде, шул бүләк хаҡында уйланып, ниһайәт, мин Йәһүәнең үҙемде яратыуын тойҙом.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ:

Мине элекке гонаһтарым инде борсомай. Тормошом мәғәнәле булып китте, ғаиләлә барыһы ла яйға һалынды. Ҡасандыр үҙем кисергән проблемаларға оҡшаш ауырлыҡтарға осраған кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатланам. Йәһүәгә яҡынлашыуымды тоям.

«Был доғама яуап ине» (СЕРГЕЙ БОТАНКИН)

  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1974

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: РӘСӘЙ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: АУЫР РОК МЕНӘН МАУЫҠҠАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШО.

Мин мәшһүр композитор Петр Ильич Чайковский тыуған Воткинск ҡалаһында тыуып үҫтем. Беҙҙең ғаиләбеҙ ярлы ине. Атайым яҡшы кеше ине, әммә ул күп эсте. Шул арҡала өйҙә бер ваҡытта ла тыныслыҡ булманы.

Мәктәптә уҡыу миңә ауыр бирелде, шуға ла тора-бара үҙемде башҡаларҙан кәм күреп, кешеләргә ышанысымды юғалтып, үҙемә бикләндем. Мәктәптә миңә бик ҡыйын ине. Таҡтаға сыҡһам, башҡа саҡта еңел генә аңлата алған ябай ғына нәмәне лә онотоп, юғалып ҡала торғайным. Һигеҙенсе класты тамамлағанда, минең характеристикамда: «Һүҙ байлығы сикле, үҙ фекерен әйтеп бирә алмай», — тип яҙылғайны. Ошо һүҙҙәр былай ҙа саҡ-саҡ торған үҙбаһамды бөтөнләй иҙә һуҡты. Башыма, ғөмүмән, мин нимә тип йәшәйем, тигән уй килде.

Үҫмер сағымда мин эсә башланым. Баштараҡ иҫерткес эсемлектәр кәйефемде күтәрә ине. Әммә артыҡ күп эсһәм, выжданым ғазаплай торғайны. Тормоштоң бер мәғәнәһе лә юҡ кеүек тойолдо. Мин күңел төшөнкөлөгөнә бирелдем, һәм бер нисә көн рәттән өйҙән сыҡмай ултырған саҡтарым булды. Башыма үҙ-үҙемә ҡул һалырға тигән уйҙар килә башланы.

20 йәшемдә ауыр уйҙарҙан бер аҙ арынғандай булдым. Сөнки мин ауыр рок менән мауығып киттем. Был музыка миңә көс бирә һымаҡ тойолдо. Мин сәс үҫтереп, ҡолаҡ тиштереп, үҙемде һоҡландырған музыканттар кеүек кейенеп, ауыр рок тыңлаусылар менән аралаша башланым. Тора-бара мин тупаҫ һәм аяуһыҙ булып киттем, йыш ҡына туғандарым менән талаштым.

Ауыр рок миңә бәхетле булырға ярҙам итер тип уйлағайным, әммә киреһенсә килеп сыҡты. Мин насар яҡҡа үҙгәргәндән-үҙгәрә барҙым. Үҙем һоҡланып йөрөгән музыканттарҙың насар ҡылыҡтары хаҡында ишеткәндә, хыянат кисергәндәй була инем.

Мин яңынан үҙемә ҡул һалыу хаҡында уйлана башланым — был юлы инде етди рәүештә. Тик, әсәйем был ҡайғыны күтәрә алмаҫ, тигән уй ғына тотоп тора ине. Ул мине бик ныҡ ярата ине һәм минең өсөн бик күпте эшләне. Миңә ныҡ ауыр ине: йәшәргә лә теләмәнем, үлә лә алмай инем.

Ошо уйҙарҙан арыныр өсөн, урыҫ классик әҙәбиәтен уҡый башланым. Бер әҫәрҙә һүҙ сиркәүҙә хеҙмәт иткән кеше хаҡында бара ине. Шул саҡ минең Алла һәм кешеләр өсөн нимә лә булһа эшләгем килеп китте. Һәм, бығаса бер ҡасан да доға ҡылғаным булмаһа ла, доғала Аллаға йөрәгемде асып һалдым. Мин унан тормош мәғәнәһен табырға ярҙам ит тип үтендем. Доға ҡылған саҡта мин йөрәгемдә иҫ киткес тыныслыҡ тойҙом. Әммә артабан булған хәл мине тамам шаҡ ҡатырҙы. Ни бары ике сәғәт үтеүгә, Йәһүә шаһиттары ишек шаҡыны һәм Изге Яҙма өйрәнергә тәҡдим итте. Был минең доғама яуап ине. Шулай итеп минең яңы, бәхетле тормош башланды.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Еңел булмаһа ла, ауыр рок менән бәйле бөтә нәмәнән арынырға тура килде. Әммә шул музыканы һис тә онота алмай яфаландым. Музыка уйнаған ерҙәрҙән үткәндә, элекке тормошом шунда уҡ иҫкә төшә ине. Аңымда һәм йөрәгемдә тамыр йәйә башлаған яҡшы нәмәләрҙе күңелһеҙ иҫтәлектәр бысратыуын һис тә теләмәнем. Шуға күрә ундай урындарҙы маҡсатлы рәүештә урап үтә инем. Һәм элеккеләр иҫкә төшә башлаһа, Йәһүәгә ҡайнар доға ҡыла торғайным. Һөҙөмтәлә, «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» йөрәгемде яулап алғанын тоя инем(Филиптарға 4:7).

Изге Яҙманы өйрәнгәндә, мәсихселәрҙең үҙ иманы хаҡында башҡаларға һөйләргә бурыслы икәнен аңланым (Матфей 28:19, 20). Мин быны бер ваҡытта ла булдыра алмам тип уйланым. Шул уҡ ваҡыт мин хәҡиҡәтте белеү арҡаһында бәхет һәм күңел тыныслығы кисерә инем. Мин башҡаларҙың да быға бик мохтаж икәнен аңлай инем. Шуға ла, ҡурҡыуымды еңеп, белгәндәремде башҡаларға һөйләй башланым. Әммә, ғәжәп, вәғәзләгән һайын ҡыйыулана барҙым. Вәғәз шулай уҡ иманымды ла нығытты.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ:

Минең ғаиләм татыу. Әсәйемә, апайыма һәм башҡа бер нисә кешегә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән танышырға ярҙам иттем. Шуға бик шатмын. Аллаға хеҙмәт итеп һәм башҡаларға ярҙам итеп, мин тормоштоң ысын мәғәнәһен таптым.