Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕН ӨЙРӘНЕГЕҘ

Хөкөм көнөндә ниҙәр буласаҡ?

Хөкөм көнөндә ниҙәр буласаҡ?

Был мәҡәләлә ҡаралған һорауҙар, моғайын, һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындыралыр. Уларға яуаптарҙы үҙегеҙҙең Изге Яҙмағыҙҙан таба алаһығыҙ. Йәһүә шаһиттары шул һорауҙар буйынса һеҙҙең менән фекер алышыуға шат булыр.

1. Нимә ул Хөкөм көнө?

Күптәрҙең Хөкөм көнөн нисек күҙ алдына килтереүе бындағы рәсемдә һүрәтләнгән: миллиардлаған йән, Алла тәхете алдына баҫып, элек ҡылған эштәре буйынса хөкөм ителә, шунан берәүҙәргә әжер итеп күктәге рәхәт тормош бирелә, ә икенселәре тамуҡҡа ҡыуыла. Әммә Изге Яҙманан күренеүенсә, Хөкөм көнөнөң маҡсаты бөтөнләй башҡа — кешелекте ғәҙелһеҙлектән ҡотҡарыу (Зәбур 96:13). Алла ерҙә ғәҙеллек урынлаштырыр өсөн, Хөкөмсө итеп Ғайсаны билдәләгән. (Ишағыя 11:1—5; Ғәмәлдәр 17:31-ҙе уҡығыҙ.)

2. Хөкөм көнөндә ғәҙеллек нисек урынлаштырыласаҡ?

Беренсе кеше Әҙәм, аңлы рәүештә Аллаға ҡаршы сығып, үҙенең бөтә тоҡомон ғазаптарға һәм үлемгә дусар иткән (Римдарға 5:12). Миллиардлаған кешене терелтеп, уларҙы яңынан тормошҡа ҡайтарып, Ғайса был ғәҙелһеҙлекте юҡ итәсәк. Асылыш китабында күрһәтелгәнсә, былар Ғайса Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында буласаҡ. (Асылыш 20:4, 11, 12-не уҡығыҙ.)

Терелгәндәр элекке гонаһтары өсөн түгел, ә Асылыш китабының 20-се бүлегендә әйтелгәнсә, «төргәктәрҙә» яҙылғандарҙы белгәндән һуң ҡылған эштәренә ҡарап хөкөм ителәсәк (Римдарға 6:7). Илсе Павел яҙғанса, «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа» терелтеләсәк һәм уларға Алла тураһында белем алыр өсөн мөмкинлек биреләсәк. (Ғәмәлдәр 24:15-те уҡығыҙ.)

3. Хөкөм көнө нимә килтерәсәк?

Үлгәнгә ҡәҙәр Йәһүә Алланы белмәгән һәм уға хеҙмәт итмәгән кешеләр терелгәс, уларға үҙгәреп, тәҡүә тормош башлар өсөн мөмкинлек биреләсәк. Әгәр Алла яғына баҫһалар, уларҙың терелеүе «йәшәү өсөн» буласаҡ. Әммә терелгәндәрҙең ҡайһы берҙәре Йәһүә юлын кире ҡағасаҡ, уларҙың терелеүе инде «хөкөм ителеү өсөн» буласаҡ. (Яхъя 5:28, 29; Ишағыя 26:10; 65:20-не уҡығыҙ.)

Меңйыллыҡ Хөкөм көнөнөң аҙағына Йәһүә тыңлаусан кешелекте камиллыҡҡа килтерәсәк. Шулай итеп уның иң тәүге ниәте үтәләсәк (1 Коринфтарға 15:24—28). Күҙ алдына килтерегеҙ, тәҡүә кешеләр өсөн ниндәй гүзәл тормош башланасаҡ! Мең йыл үтеүгә, Алла Шайтанды упҡындан сығарасаҡ, һәм кешеләр һуңғы тапҡыр һыналасаҡ. Иблис Шайтан яңынан кешеләрҙе Алланан алып китергә тырышасаҡ. Кемдәр Йәһүәгә тоғро ҡала, шулар ерҙә мәңге йәшәйәсәк. (Ишағыя 25:8; Асылыш 20:7—9-ҙы уҡығыҙ.)

4. Ниндәй башҡа хөкөм көнө бөтә кешелеккә фатиха килтерәсәк?

Изге Яҙмала тағы бер ваҡиға «хөкөм көнө» тип атала. Ул саҡта яуыз донъя юҡ ителәсәк. Нух көндәрендә яуыз кешеләрҙе юҡ иткән Туфан кеүек, ул көн дә көтмәгәндә киләсәк. Аллаһыҙҙар юҡ ителгәс, «хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк» яңы тормошҡа нигеҙ һалынасаҡ. (2 Петр 3:6, 7, 13-тө уҡығыҙ.)