Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Етәксе кәңәшмәнең хаты

Етәксе кәңәшмәнең хаты

«[Һеҙ] өйрәтеүсе булырға тейеш» (Евр. 5:12). Күҙ алдыңа ғына килтер, Йәһүә — Ғаләмдәге иң яҡшы Уҡытыусы — беҙҙе башҡа кешеләрҙе үҙе тураһында өйрәтергә саҡыра! Йәһүә тураһындағы хәҡиҡәтҡә ғаиләлә, йыйылышта йә вәғәздә өйрәтеү — ул ҙур хөрмәт һәм етди яуаплылыҡ. Был йөкләмәне нисек үтәргә?

Яуапты беҙ илсе Павелдың Тимофейға яҙған һүҙҙәрендә табабыҙ: «Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, вәғәзлә, өйрәт». Шулай уҡ Павел былай тип өҫтәгән: «Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың» (1 Тим. 4:13, 16). Беҙ таратҡан хәбәр кешеләрҙең ғүмерен һаҡлай ала. Шуға күрә уҡыу һәм өйрәтеү һәләтен яҡшыртыу бик мөһим. Был брошюра һиңә ошо маҡсатҡа ирешергә ярҙам итәсәк. Уның ҡайһы бер үҙенсәлектәрен ҡарап сығайыҡ.

Һәр биттә килтерелгән Изге Яҙманың бер өҙөгөнә һылтанма. Был өҙөк — дәрестең төп фекерен раҫлаған принцип йә ошо фекерҙе ҡулланыу тураһында миҫал.

Йәһүә — «Бөйөк Нәсихәтсе» (Ишағ. 30:20). Был брошюра һиңә уҡыу һәм өйрәтеү һәләтен үҫтерергә ярҙам итәсәк. Ләкин иҫтә тот, тап Йәһүә кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә, һәм был — уның хәбәре (Яхъя 6:44). Шуға күрә изге рух һорап доға ҡыл. Изге Яҙманы йышыраҡ ҡуллан. Бөтә иғтибарҙы үҙеңә түгел, ә Йәһүәгә йүнәлт. Тыңлаусыларыңа йөрәктәрендә Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу үҫтерергә ярҙам ит.

Һиңә, кешелек ҡасан да булһа ишеткән хәбәрҙәрҙең иң мөһимен һөйләү вазифаһы тапшырылған. Һис шикһеҙ, һин «Алла биргән көс менән» был йөкләмәне башҡара алырһың! (1 Пет. 4:11).

Һинең кеүек үк уҡытыусылар,

Йәһүә Шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе