Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

100-СӨ ЙЫР

Ҡунаҡсыл булайыҡ

Ҡунаҡсыл булайыҡ

(Ғәмәлдәр 17:7)

  1. 1. Ихлас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә Алла,

    Ул һәр кем хаҡында ҡайғыртып тора.

    Бөтә кешеләргә ҡояш, ямғыр бирә

    Шатлыҡ сығанағы Йәһүә.

    Әгәр башҡаларға изгелек ҡылһаҡ,

    Алырбыҙ Йәһүә Алланан үрнәк.

    Яҡшы эштәр менән данлайыҡ Алланы,

    Онотмаҫ һис ҡасан ул быны.

  2. 2. Мохтаж кешеләргә ҡунаҡсыл булып,

    Булған нәмәбеҙҙе һәр саҡ бүлешеп,

    Алсаҡ йөҙлө булһаҡ, ярҙам ҡулы һуҙһаҡ,

    Күңел шатлыҡ менән туласаҡ.

    Беҙ, Лидиә һымаҡ, игелек ҡылһаҡ,

    «Рәхим ит өйөмә, ҡунаҡ бул!» — тиһәк,

    Алла быны күрер, беҙгә әжер бирер,

    Уға был һөйөнөс килтерер.

(Ғәм. 16:14, 15; Рим. 12:13; 1 Тим. 3:2; Евр. 13:2; 1 Пет. 4:9-ҙы ла ҡара.)