Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

39-СЫ ЙЫР

Алла алдында яҡшы исемгә эйә булайыҡ

Алла алдында яҡшы исемгә эйә булайыҡ

(Вәғәзсе 7:1)

  1. 1. «Яҡшы атлы бул», — тип Йәһүә әйтә,

    Шуға теләйбеҙ зирәк эш итергә.

    Хоҙай Һүҙен белһәк, тик яҡшылыҡ ҡылһаҡ,

    Бар йөрәктән ул ҡыуанасаҡ.

  2. 2. Был донъяла һин шөһрәт алам тиһәң,

    Дан ҡаҙанам тип бар көсөңдө һалһаң,

    Ғүмер бушҡа үтер, өмөт нуры һүнер,

    Алла менән дә дуҫлыҡ шиңер.

  3. 3. Исемебеҙ саф, тапһыҙ булһа ғына,

    Индерелер ул тормош китабына.

    Яҡшы исем яулап, Хоҙай Һүҙен яҡлап,

    Йәшәйек мәңге уны данлап.

(Баш. 11:4; Ғиб. һүҙ. 22:1; Мал. 3:16; Асыл. 20:15-те лә ҡара.)