Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Halfpoint Images/Moment via Getty Images

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Балаларға һәм үҫмерҙәргә социаль селтәрҙәрҙең тиҫкәре йоғонтоһо. Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?

Балаларға һәм үҫмерҙәргә социаль селтәрҙәрҙең тиҫкәре йоғонтоһо. Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?

 2023 йылдың 23 майында АҠШ-тың баш санитар табибы бюллетень сығарған. Унда ул йәмәғәтселекте социаль селтәрҙәрҙең йәштәргә насар тәьҫире тураһында киҫәткән.

  •   «Ҡайһы бер балалар һәм үҫмерҙәр өсөн, бәлки, социаль селтәрҙәрҙең ыңғай яҡтары барҙыр. Ләкин селтәрҙәрҙең уларҙың психик һаулығына һәм именлегәнә ҙур зыян килтереүе тураһында күп дәлилдәр бар» (Social Media and Youth Mental Health: The U.S. Surgeon General’s Advisory, 2023).

 Бюллетень борсолор өсөн етди нигеҙҙәр барлығын күрһәткән тикшеренеүҙәргә һылтана.

  •   «Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа көнөнә өс сәғәттән күберәк ваҡыт үткәргән 12—15 йәшлек үҫмерҙәрҙең психик сәләмәтлек менән бәйле проблемалар менән, шул иҫәптән депрессия һәм борсолоу тойғоһо менән, осрашыу ҡурҡынысы ике мәртәбә күберәк».

  •   14 йәшлек үҫмерҙәр араһында үткәрелгән һорау алыу буйынса, «бала социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар менән йышыраҡ ҡулланған һайын, уның йоҡо менән проблемалар, онлайн-харассмент (бәйләнеүҙәр), үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән ҡәнәғәтһеҙлек, үҙен түбән баһалау һәм депрессия симптомдары менән интегеү ихтималлығы күбәйә. Был проблемалар менән күберәк ҡыҙҙар осраша».

 Ата-әсәләр балаларын был ҡурҡыныстарҙан нисек яҡлай ала? Бына Изге Яҙманан бер нисә принцип.

Ата-әсәләр нимә эшләй ала?

 Эште үҙ ағышына ҡуймағыҙ. Бар ҡурҡыныс яҡтарҙы иҫәпкә алып, балаға социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар менән ҡулланырғамы, юҡмы икәнен хәл итегеҙ.

 Әгәр һеҙ балағыҙға социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар менән ҡулланырға рөхсәт итәһегеҙ икән, була алған ҡурҡыныстар тураһында онотмағыҙ һәм уның селтәрҙәрҙә нисек ваҡыт үткәреүен контролдә тотоғоҙ. Быны нисек эшләп була?

 Баланы зыянлы контенттан яҡлағыҙ. Баланы зыянлы мәғлүмәтте билдәләргә һәм унан һаҡланырға өйрәтегеҙ.

  •   Изге Яҙманан принцип: «Арағыҙҙа фәхешлек, һис ниндәй нәжес һәм ҡомһоҙлоҡ хатта иҫкә лә алынмаһын. Шулай уҡ оятһыҙ тәртип тә, ахмаҡ һөйләшеүҙәр ҙә, әҙәпһеҙ мәҙәктәр һөйләү ҙә һеҙгә килешмәй» (Ефестарға 5:3, 4, ЯДТ).

  •   Күберәк кәңәштәрҙе «Йәш үҫмерҙе социаль селтәрҙәр менән ҡулланырға өйрәтәбеҙ» тигән мәҡәләнән табып була.

 Сиктәр ҡуйығыҙ. Мәҫәлән, баланың социаль селтәрҙәрҙә ҡасан һәм күпме була алыуын билдәләгеҙ.

  •   Изге Яҙманан принцип: «Тормошта уяу булығыҙ... аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ. Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ» (Ефестарға 5:15, 16).

  •   «Социаль селтәрҙәр ауға әйләнмәһен» тигән видеояҙма ярҙамында балаға ни өсөн сиктәр кәрәк икәнен аңларға ярҙам итеп була.