Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

FPG/The Image Bank via Getty Images

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Сәйәсмәндәр Армагеддон хаҡында киҫәтә. Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Сәйәсмәндәр Армагеддон хаҡында киҫәтә. Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 2022 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Украинаның төрлө ҡалаларына күп һанлы ракеталар яуҙырҙы. Был ике көн элек Рәсәй менән Ҡырым араһындағы күперҙәге көслө шартлауға яуап булған. Был ваҡиғаларға тиклем ҡайһы бер сәйәсмәндәр, донъя Армагеддон алдында тора, тип үҙ ҡурҡыуҙарын белдергән.

  •   «Беҙҙең [АҠШ президенты Джон] Кеннеди һәм Куба ракета кризисы ваҡытынан бирле армагеддон ҡурҡынысы алдында торғаныбыҙ юҡ ине. [...] Минеңсә, тактик атом ҡоралын ҡулланыу иртәме-һуңмы армагеддонға килтерәсәк» (АҠШ президенты Джо Байден, 6 октябрь, 2022 йыл).

  •   «Мин риза, был армагеддонға килтерәсәк. Бөтә планетабыҙға ҡурҡыныс янай» (Украина президенты Владимир Зеленскийҙың атом ҡоралын ҡулланыу эҙемтәләре тураһындағы һорауға яуабы, «Би-Би-Си яңылыҡтары», 8 октябрь, 2022 йыл).

 Атом ҡоралын ҡулланыу ысындан да Армагеддонға килтерерме? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Атом ҡоралын ҡулланыу Армагеддонға килтерерме?

 Юҡ. «Армагеддон» һүҙе Изге Яҙманан алынған. Ул һүҙ бер генә тапҡыр — Асылыш 16:16-ла осрай. Ул дәүләт-ара ҡораллы конфликттар менән бер нисек тә бәйле түгел. Армагеддон тип Алла һәм «бөтөн донъя батшалары» араһындағы һуғыш атала (Асылыш 16:14). Алла Армагеддонда бөтә кеше хөкүмәттәрен юҡ итәсәк (Данил 2:44).

 Армагеддон ергә нимә килтерер? Был турала «Армагеддон һуғышы нимә ул?» тигән мәҡәләнән белегеҙ.

Ер һәм унда йәшәүселәр атом һуғышында юҡ ителерме?

 Юҡ. Киләсәктә ниндәйҙер илдәр атом ҡоралы ҡулланһа ла, Алла ерҙең юҡ ителеүенә юл ҡуймаясаҡ. Изге Яҙмала былай тиелә:

  •   «Ер мәңге тора» (Вәғәзсе 1:4).

  •   «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).

 Әммә Изге Яҙмала яҙылған пәйғәмбәрлектәрҙән һәм бөгөнгө ваҡиғаларҙан күренеүенсә, беҙ кешелек тарихындағы киҫкен үҙгәрештәр алдында торабыҙ (Матфай 24:3—7; 2 Тимофейға 3:1—5). Изге Яҙмала киләсәк хаҡында нимә әйтелгәнен түләүһеҙ Изге Яҙманы интерактив өйрәнеү курсы аша белеп була.