Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

AspctStyle/stock.adobe.com

ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРЫУ

Ғайса һуғыштарҙы туҡтатыр

Ғайса һуғыштарҙы туҡтатыр

 Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса бөтә тормошо менән кешеләрҙе яратҡанын күрһәткән. Ул хатта кешеләр өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән (Матфай 20:28; Яхъя 15:13). Хәҙер Ғайса күктәге хөкүмәттең — Алла Батшалығының Батшаһы. Тиҙҙән ул кешеләрҙе яратҡанын тағы бер тапҡыр иҫбатлар: үҙ хакимлығынан файҙаланып, ул «бөтөн ерҙә һуғыштарҙы» туҡтатыр (Зәбур 46:9).

 Изге Яҙмаға ярашлы, Ғайса бына нимә эшләр:

  •   «Ярҙам һорап ялбарған ярлыны, меҫкен кешене һәм ярҙамсыһы булмаған һәр кемде ул ҡотҡарыр. Ябай һәм ярлы кешене ул ҡыҙғаныр, ярлыларҙың йәндәрен ҡотҡарыр. Ул уларҙы иҙеүҙән һәм йәбер-золомдан йолоп ҡалыр» (Зәбур 72:12—14).

 Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа инде башҡарған һәм киләсәктә башҡарасаҡ эштәре өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерә алабыҙ? Лука 22:19-ҙа әйтелгәнсә, Ғайса шәкерттәренә үҙенең үлемен иҫкә алырға ҡушҡан. Бына ни өсөн Йәһүә шаһиттары йыл һайын Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә йыйыла. 2024 йылда Иҫкә алыу кисәһе 24 мартта үтәсәк. Беҙ һеҙҙе ошо мөһим сараны үҙебеҙ менән бергә үткәрергә саҡырабыҙ.

Кисәнең үтәсәк урыны