Төп мәғлүмәткә күсеү

Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала былай тиелә: «Тереләр үләсәген белә, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй» (Вәғәзсе 9:5; Зәбур 146:4). Тимәк, үлгән саҡта кеше йәшәүҙән туҡтай. Үлгән кеше инде уйлай ҙа, ни ҙә булһа эшләй ҙә, һиҙә лә алмай.

«Яңынан саң буласаҡһың»

 Алла беренсе кеше Әҙәмгә үлгән саҡта кеше менән нимә була икәнен аңлатҡан. Әҙәм Аллаға буйһонмаған, шуға ла Алла уға: «Саң-туҙан һин һәм яңынан саң буласаҡһың», — тигән (Башланмыш 3:19). Алла Әҙәмде «тупраҡтан» яратҡанға тиклем, Әҙәм булмаған (Башланмыш 2:7). Шуның кеүек үк, үлгәс, Әҙәм яңынан тупраҡҡа әйләнгән, йәғни юҡҡа сыҡҡан.

 Бөгөн дә шул уҡ хәл: үлгәс, кешеләр тупраҡҡа әйләнә. Кешеләр һәм хайуандар хаҡында Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Барыһы ла тупраҡтан булдырылған, барыһы ла тупраҡҡа ҡайтыр» (Вәғәзсе 3:19, 20).

Үлем барыһы ла бөттө тигәнде аңлатмай

 Изге Яҙмала үлем йыш ҡына йоҡо менән сағыштырыла (Зәбур 13:3; Яхъя 11:11—14; Ғәмәлдәр 7:60). Тәрән йоҡоға талған кеше тирә-яғындағы хәлдәрҙе һиҙмәй. Шуның кеүек, үлгән кеше лә бер ни ҙә белмәй. Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Алла, үлем йоҡоһона талған кешеләрҙе уятып, уларға яңынан йәшәү бүләк итә ала (Әйүп 14:13—15). Алла терелтәсәк кешеләр өсөн үлем барыһы ла бөттө тигәнде аңлатмай әле.