Төп мәғлүмәткә күсеү

Терелеү нимә ул?

Терелеү нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала «терелеү» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ана́стасис тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Был һүҙ «күтәрелеү» йә «яңынан тороу» тигән мәғәнә йөрөтә. Терелтелгән кеше үлем хәленән торғоҙола һәм элек ниндәй шәхес булған булһа, шул рәүешле булып яңынан йәшәүгә ҡайтарыла (1 Коринфтарға 15:12, 13).

 Еврей Яҙмаларында (йыш ҡына ул Иҫке Ғәһед тип атала) «терелеү» тигән һүҙ осрамай, әммә унда терелеүгә өмөт хаҡында ап-асыҡ яҙылған. Мәҫәлән, Осия пәйғәмбәр аша Алла ошондай вәғәҙә биргән: «Мин уларҙы Ҡәбер хакимлығынан һәм үлемдән йолоп алырмын» (Осия 13:14; Әйүп 14:13—15; Ишағыя 26:19; Данил 12:2, 13).

 Кешеләр ҡайҙа тереләсәк? Ҡайһы берәүҙәр, Ғайса Мәсих менән бергә идара итер өсөн, күктә терелтелә (2 Коринфтарға 5:1; Асылыш 5:9, 10). Был терелеү Изге Яҙмала «беренсе терелеү» тип аталған. Тимәк, беренсенән һуң икенсе терелеү буласаҡ (Асылыш 20:6). Икенсе терелеү ерҙә үтәсәк. Кешеләрҙең күбеһе ошо һуңыраҡ буласаҡ терелеү ваҡытында ерҙәге тормошҡа ҡайтарыласаҡ (Зәбур 37:29).

 Терелтеү нисек башҡарыла? Алла Ғайсаға үлгәндәрҙе терелтер өсөн көс биргән (Яхъя 11:25). Ғайса «ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһен» йәшәүгә ҡайтарасаҡ. Һәр береһе үҙ холҡо һәм үҙ хәтирәләре менән элек ниндәй шәхес булған булһа, шундай булып тереләсәк (Яхъя 5:28, 29). Күктә йәшәү өсөн терелгәндәргә рухи тән бирелә, ә ерҙә йәшәү өсөн терелгәндәргә бер ниндәй кәмселекһеҙ һәм сәләмәт физик тән биреләсәк (Ишағыя 33:24; 35:5, 6; 1 Коринфтарға 15:42—44, 50).

 Кемдәр тереләсәк? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» (Ғәмәлдәр 24:15). Тәҡүәләр иҫәбенә Алланың, мәҫәлән, Нух, Сара һәм Ибраһим кеүек тоғро хеҙмәтселәре инә (Башланмыш 6:9; Еврейҙарға 11:11; Яҡуб 2:21). Ә тәҡүә булмағандар — Алла нормалары буйынса йәшәмәгән кешеләр. Ундайҙарҙың, Алла нормаларын белеп, уларҙы үтәп йәшәү мөмкинлеге булмаған.

 Әммә яуызлыҡҡа ныҡ бирелгән һәм төҙәлә алмаҫлыҡ кешеләр терелмәйәсәк. Үлгәндә, ундайҙар мәңгелеккә үлә, уларҙың инде терелеүгә өмөтө юҡ (Матфей 23:33; Еврейҙарға 10:26, 27).

 Терелеү ҡасан буласаҡ? Изге Яҙма буйынса, күктәге тормошҡа терелеү Мәсих батша булып ултырғас башланырға тейеш. Белеүебеҙсә, Мәсих инде 1914 йылда идара итә башлаған (1 Коринфтарға 15:21—23). Ерҙә йәшәү өсөн терелеү Ғайса Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында ерҙәге ожмахта буласаҡ (Лука 23:43; Асылыш 20:6, 12, 13).

 Ни өсөн терелеүгә ышанырға була? Изге Яҙмала терелеүҙең туғыҙ осрағы ентекләп һүрәтләнгән. Һәр осраҡта уны күргән һәм дөрөҫлөгөн раҫлаған шаһиттар булған (1 Батшалар 17:17—24; 2 Батшалар 4:32—37; 13:20, 21; Лука 7:11—17; 8:40—56; Яхъя 11:38—44; Ғәмәлдәр 9:36—42; 20:7—12; 1 Коринфтарға 15:3—6). Лазарҙы терелтеү айырым иғтибарға лайыҡ, сөнки ул инде дүрт көн үле булған, һәм Ғайса уны күп халыҡтың күҙ алдында терелткән (Яхъя 11:39, 42). Хатта Ғайсаның дошмандары ла был мөғжизәне кире ҡаға алмаған, аптырағас, улар Ғайсаны ла, Лазарҙы ла үлтерергә һүҙ ҡуйышҡан (Яхъя 11:47, 53; 12:9—11).

 Изге Яҙма Алланың үлгәндәрҙе терелтергә көсө лә, теләге лә бар икәнен күрһәтә. Үҙенең сикһеҙ хәтерендә ул һәр кеше хаҡында ентекле мәғлүмәт һаҡлай һәм үҙенең бөйөк көсө ярҙамында уларҙы терелтәсәк (Әйүп 37:23; Матфей 10:30; Лука 20:37, 38). Алла үлгәндәрҙе терелтә ала һәм ул быны эшләргә бик теләй! Киләсәктәге терелтеүҙе һүрәтләп, Изге Яҙмала Алла хаҡында былай тиелә: «Һин... үҙ ҡулдарыңдың емешен юҡһынырһың» (Әйүп 14:15).

Терелеүгә ҡағылышлы яңылыш ҡараштар

 Яңылыш фекер: терелеү — ул йән менән тәндең берләшеүе.

 Факт: Изге Яҙманан күренеүенсә, йән — ул кеше үҙе, ә уның үлгәндән һуң йәшәй торған ниндәйҙер бер өлөшө түгел (Башланмыш 2:7; Йәзәкил 18:4). Терелгәндә, кеше йән менән берләшмәй; ул тере йән булып ҡабаттан яратыла.

 Яңылыш фекер: ҡайһы бер кешеләр терелтеләсәк һәм шунда уҡ яңынан юҡ ителәсәк.

 Факт: Изге Яҙмала «яуызлыҡ эшләгәндәр — хөкөм ителеү өсөн тереләсәк» тип әйтелә (Яхъя 5:29). Әммә улар үлгәнгә тиклем ҡылған эштәренә ҡарап түгел, ә терелгәндән һуң эшләгән эштәре нигеҙендә хөкөм ителәсәк. Ғайса былай тигән: «Үлгәндәр Алла Улының тауышын ишетәсәк, һәм быға ҡолаҡ һалғандары йәшәйәсәк» (Яхъя 5:25, ЯДТ). «Ҡолаҡ һалғандарҙың», йәғни терелгәндән һуң алған белемдәр буйынса йәшәгәндәрҙең исемдәре «тормош китабына» яҙыласаҡ (Асылыш 20:12, 13).

 Яңылыш фекер: кеше үҙенең үлгәнгә тиклем булған элекке тәнендә терелтелә.

 Факт: кеше үлгәс, уның тәне сереп тарҡала һәм тупраҡҡа әйләнә (Вәғәзсе 3:19, 20).