Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | НИ ӨСӨН НАМЫҪЛЫ БУЛЫРҒА КӘРӘК?

Намыҫһыҙлыҡ һеҙгә нисек тәьҫир итә?

Намыҫһыҙлыҡ һеҙгә нисек тәьҫир итә?

«Тормошта әҙ генә булһа ла алдамайынса хәл ителмәй торған ауырлыҡтар һәр ваҡыт сығып ҡына тора» (Саманта, Көньяҡ Африка).

Һеҙ был һүҙҙәр менән ризамы? Саманта кеүек, бөтәбеҙ ҙә ваҡыт-ваҡыт ауыр хәлдәргә юлығабыҙ. Намыҫһыҙ эш итеү ҡотҡоһо тыуған саҡта үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙ тормошта нимәгә өҫтөнлөк биреүебеҙҙе күрһәтә. Мәҫәлән, беҙҙең өсөн абруйыбыҙҙы һаҡлау иң мөһиме булһа, оятҡа ҡалмаҫ өсөн намыҫһыҙ эш итеүебеҙ ихтимал. Ләкин, дөрөҫлөк өҫкә сыҡҡанда, йыш ҡына намыҫһыҙлыҡ беҙгә бик ҡыйбатҡа төшөргә мөмкин.

НАМЫҪҺЫҘЛЫҠ ЫШАНЫСТЫ БӨТӨРӘ

Мөнәсәбәттәр ышанысҡа ҡорола. Ике кеше, бер-береһенә ышанғанда, үҙҙәрен имен һәм хәүефһеҙ хис итә. Әммә ышаныс күҙ асып йомған арала барлыҡҡа килмәй. Кешеләр бергә ваҡыт үткәргәндә, бер-береһенә дөрөҫөн һөйләгәндә һәм бер-береһе хаҡында ҡайғыртҡанда, улар араһында ышаныс үҫә. Әммә бер генә намыҫһыҙ эш ышанысты юҡҡа сығара ала. Ә ышаныс юғалһа, уны яңынан яулау үтә ауыр.

Һеҙҙе ҡасан да булһа дуҫ тип һанап йөрөгән кешегеҙ алдағаны булдымы? Булһа, шул саҡта һеҙ үҙегеҙҙе нисек хис иттегеҙ? Моғайын, был күңелегеҙҙе әрнеткәндер, дуҫығыҙ һеҙгә хыянат иткәндәй тойолғандыр. Хистәрегеҙҙе аңлап була. Һис шикһеҙ, намыҫһыҙлыҡ ышанысты — яҡын мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен емерә ала.

НАМЫҪҺЫҘЛЫҠ НАМЫҪҺЫҘЛЫҠ ТЫУҘЫРА

Калифорния университетының иҡтисад профессоры Роберт Иннес үткәргән тикшереү буйынса, «намыҫһыҙлыҡ — йоғошло нәмә». Уны вирус менән сағыштырып була: намыҫһыҙ кешеләр менән йышыраҡ аралашҡан һайын, һеҙҙең дә был «сир менән ауырып китеү» ҡурҡынысы арта бара.

Намыҫһыҙлыҡ вирусын нисек эләктермәҫкә? Изге Яҙма һеҙгә ярҙам итә ала. Ундағы бер нисә принципты ҡарап сығайыҡ.