Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | НИ ӨСӨН НАМЫҪЛЫ БУЛЫРҒА КӘРӘК?

Намыҫлылыҡ моданан сыҡҡанмы?

Намыҫлылыҡ моданан сыҡҡанмы?

Хитоси Японияла эшкә урынлаштырыу агенствоһында бухгалтер булып эшләй. Бер тапҡыр, ул финанс отчетын тикшергән саҡта, начальнигы уға мәғлүмәттәрҙе боҙоп күрһәтергә ҡуша. Хитоси иһә, ундай аҙымға барырға намыҫым ҡушмай, тип аңлата. Начальнигы уға эштән ҡыуыу менән янай, һәм ахыр сиктә ул ысынлап та эшен юғалта.

Бер нисә ай буйына Хитоси бер ҡайҙа ла урынлаша алмауы арҡаһында бик ныҡ борсола. Эш эҙләп йөрөгән саҡта бер әңгәмә барышында Хитоси үҙенең намыҫһыҙ эштә ҡатнаша алмауы хаҡында әйтеп китә. Компания эшсеһе быға: «Бигерәк сәйер кеше икәнһегеҙ!» — тип яуаплай. Хитосиҙың ғаиләһе һәм дуҫтары уны артҡа сигенмәҫкә өндәй, ләкин уның күңелендә шик ярала. Мәҫәлән, бер ваҡыт ул былай ти: «Бындай юғары принциптар буйынса йәшәүем хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәкме икән, белмәйем».

Хитоси осрағынан шомло бер йүнәлеште төҫмөрләп була: күптәр өсөн намыҫлылыҡ үҙ күркен юғалтҡан. Улай ғына ла түгел, ҡайһы берәүҙәр хатта уны, бигерәк тә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә, кәртә тип һанай. «Мин намыҫһыҙ кешеләр араһында эшләйем, — ти Көньяҡ Африкала йәшәүсе бер ҡатын. — Ҡайһы саҡта башҡалар кеүек эш итмәү бик ауыр була».

Намыҫһыҙлыҡтың айырыуса киң таралған бер төрө — алдау. Бер нисә йыл элек Амхерстағы Массачусетс университеты психологы Роберт Фельдман үткәргән тикшереү барышында бындай факт асыҡланған: һөйләшкән ваҡытта ололарҙың 60 проценты кәм тигәндә ун минут һайын алдай. «Һөҙөмтәләр беҙҙе бик ныҡ ғәжәпләндерҙе, — ти Фельдман. — Алдау көндәлек тормошобоҙға шул тиклем тәрән үтеп инер тип уйламағайныҡ». Күпселек кеше үҙҙәрен алдағанды яратмай, әммә, шуға ҡарамаҫтан, үҙҙәре башҡаларҙы алдай. Был һеҙгә сәйер булып тойолмаймы?

Ни өсөн алдау, урлау һәм намыҫһыҙлыҡтың башҡа төрҙәре бөгөн шул хәтле киң таралған? Намыҫһыҙлыҡ тотош йәмғиәткә нисек тәьҫир итә? Тағы ла мөһимерәге, көсәйә барған был тенденцияға нисек бирелмәҫкә?