Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Үлгән кешеләр терелтеләсәк

Үлгән кешеләр терелтеләсәк

ЕГЕРМЕ биш йәшлек бер ҡатын былай тип яҙған: «1981 йылда минең үгәй әсәйем рак ауырыуынан үлеп китте. Беҙ үгәй туғаным менән уның үлемен бик ауыр кисерҙек. Ул ваҡытта миңә — 17, ә ҡустыма 11 йәш ине. Мин әсәйемде шул тиклем һағына инем! Элек мине, үлгәндәр күккә китә, тип өйрәттеләр. Ләкин, беләһегеҙме, бындай уйҙарҙан үҙ-үҙемә ҡул һалып, әсәйем янына китергә теләк тыуа ине. Ул минең иң яҡшы дуҫым булды».

Үлемдең беҙҙе яратҡан кешебеҙҙән айыра алыуы шундай ғәҙелһеҙ! Беҙ уның менән башҡа бер ҡасан да һөйләшә һәм көлә алмаясаҡбыҙ, уны ҡосаҡлай алмаясаҡбыҙ. Быны аңлау шул хәтле аяныслы. Яҡының хәҙер күктә, тигән ышандырыуҙар күңел әрнеүен баҫа алмай.

Әммә Изге Яҙмала бөтөнләй башҡа бер өмөт тураһында әйтелә. Изге Яҙма буйынса, оҙаҡламай беҙ мәрхүм булған яҡындарыбыҙ менән осраша аласаҡбыҙ. Был ҡайҙалыр күктә түгел, ә бында, ер йөҙөндә тыныс һәм ғәҙел шарттарҙа мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, ваҡыт уҙыу менән кешеләр тулыһынса һау буласаҡ һәм бер ҡасан да үлмәйәсәк. Ҡайһы берәүҙәр, бәлки: «Ярай инде, әкиәт һөйләмәгеҙ!» — тип әйтер.

Бындай киләсәктең һис шикһеҙ буласағына нисек инанып була? Мәҫәлән, вәғәҙә итеүсенең үҙ вәғәҙәһен үтәргә теләге лә, көсө лә булғанын күрһәк, беҙ уға ышанабыҙ. Ә үлгәндәрҙең терелеүен кем вәғәҙә итә?

Беҙҙең эраның 31 йылының яҙында Ғайса Мәсих бындай вәғәҙә биргән: «Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә. Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының [Ғайса Мәсихтең] тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә» (Яхъя 5:21, 28, 29). Эйе, Ғайса пәйғәмбәр, миллионлаған үлгән кеше, терелеп, ер йөҙөндә ожмахтағы тыныс шарттарҙа мәңге йәшәйәсәк, тип вәғәҙә иткән (Лука 23:43; Яхъя 3:16; 17:3; шулай уҡ Мәҙхиә 37:29 һәм Матфей 5:5 менән сағыштырығыҙ). Ғайса бындай вәғәҙә биргән икән, тимәк, ул, әлбиттә, уны үтәргә теләй. Ләкин уның быға көсө етерме икән?

Был вәғәҙәне биреүенә ике йыл да үтмәҫтән, Ғайса үлгәндәрҙе терелтергә теләгәнен дә, быны эшләргә көсө барлығын да иҫбатлаған.

«Лазарь, сыҡ!»

Лазарь исемле ир кеше ҡаты ауырый. Уның бер туғандары Мәрйәм менән Марта ул ваҡытта Иордан йылғаһының аръяғында булған Ғайсаға: «Хужам, Һин яратҡан Лазарь ауырып китте», — тигән хәбәр ебәрә (Яхъя 11:3). Улар Ғайсаның Лазарҙы яратҡанын белә. Әлбиттә, Ғайса ауырып ятҡан дуҫын килеп күрергә теләр. Әммә шуныһы ҡыҙыҡ: Ғайса Вифанияға шунда уҡ түгел, ә ике көндән һуң ғына юллана (Яхъя 11:5, 6).

Ауырыуы тураһында хәбәр ебәрелгәндән һуң күп тә үтмәй, Лазарь үлә. Ғайса Лазарҙың үлгәнен белә һәм бер нәмә эшләргә ниәтләй. Уның Вифанияға килеп етеүенә, яҡын дуҫы үлгәнгә инде дүрт көн була (Яхъя 11:17, 39). Ғайса инде бер нисә көн элек үлгән кешене терелтә алырмы икән?

Ғайсаның килә ятҡанын белгәс тә, Марта, етеҙ ҡатын булараҡ, уны ҡаршы алырға йүгерә. (Лука 10:38—42 менән сағыштырығыҙ.) Ғайса, Мартаның ҡайғырғанын күреп, уны бик йәлләй һәм: «Ҡустығыҙ тереләсәк», — тип уны йыуата. Марта буласаҡ терелеүгә ышаныуын белдергәс, Ғайса уға асыҡтан-асыҡ: «Мин — терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк», — ти (Яхъя 11:20—25).

Ҡәбер янына килгәс, Ғайса мәмерйә итеп яһалған ҡәберҙең ауыҙынан ташты алып ҡуйырға ҡуша. Шунан һуң ул ҡысҡырып доға ҡыла ла көслө тауыш менән: «Лазарь, сыҡ!» — ти (Яхъя 11:38—43).

Бөтә кешенең ҡарашы ҡәбергә төбәлгән. Һәм бына ҡараңғылыҡтан кеше килеп сыға. Уның ҡулдары һәм аяҡтары — кәфенгә, ә йөҙө яулыҡҡа төрөлгән. Ғайса: «Тағатығыҙ уны, атлап китһен!» — ти. Кәфенде тағатҡас, барыһы ла был кешенең дүрт көн элек үлгән Лазарь икәнен күрә! (Яхъя 11:44)

Был хәл ысынлап та булғанмы?

Яхъя тәғбир иткән Инжилдә Лазарҙың терелеүе тураһындағы хикәйә тарихта булған хәл итеп һүрәтләнә. Был хикәйә бер нисек тә уйҙырма була алмай, сөнки ул бөтә ваҡлыҡтарына тиклем тасуирланған. Был ваҡиғаның ысындан да булғанын шик аҫтына ҡуйып, беҙ, асылда, Изге Яҙмалағы бөтә мөғжизәләрҙе, шул иҫәптән Ғайса Мәсихтең терелеүен дә, шик аҫтына алабыҙ. Ә Ғайса Мәсихтең үленән терелеүен кире ҡағып, беҙ ғөмүмән ысын иманды кире ҡағабыҙ (1 Коринфтарға 15:13—15).

Ысынбарлыҡта, әгәр һеҙ Алланың барлығын таныйһығыҙ икән, һеҙгә терелеүгә ышаныуы һис тә ауыр булмаясаҡ. Шундай миҫал килтерәйек: кеше үҙенең васыят һүҙҙәрен видеоға яҙҙыра, ә ул үлгәндән һуң, туғандары менән яҡын дуҫтары мәрхүмде шул видеола күрә һәм ишетә, уның мираҫты бүлеү тураһындағы күрһәтмәләренә төшөнә. Йөҙ йыл элек кенә был башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған. Беҙҙең көндәрҙә лә ер шарының ҡайһы бер алыҫ төбәктәрендә видеоға яҙҙырыу процесы аҡыл етмәҫлек бер нәмә, хатта мөғжизә булып күренә. Әгәр кешеләр Алла урынлаштырған фәнни принциптарҙы ҡулланып инде үлгән кешене күрә һәм ишетә ала икән, Барлыҡҡа Килтереүсе бынан шаҡтай күберәк эшләй алмаймы ни? Бар тереклекте Барлыҡҡа Килтереүсе, әлбиттә, шул тереклекте яңынан барлыҡҡа килтерә ала!

Лазарҙың мөғжизәле рәүештә терелтелеүе кешеләрҙең Ғайсаға һәм терелеүгә имандарын нығытҡан (Яхъя 11:41, 42; 12:9—11, 17—19). Шулай уҡ был тулҡынландырғыс ваҡиға Йәһүәнең һәм Ғайсаның үлгәндәрҙе терелтергә бик ныҡ теләүҙәрен дә, әҙер булыуҙарын да күрһәтә.

Алла «юҡһыныр»

Ғайсаның Лазарь үлгәндән һуң үҙен тотошонан уның иҫ киткес наҙлы булыуы күренә. Ул был осраҡта сағылдырған тәрән хистәре менән үлгәндәрҙе терелтергә бик ныҡ теләгәнен күрһәткән. Инжилдә былай тип яҙылған: «Мәрйәм иһә, Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп: „Хужам! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине“, — тип Уның аяғына йығылды. Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм тулҡынланған тауыш менән: „Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ?“ — тип һораны. Улар: „Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең“, — тинеләр. Ғайсаның күҙҙәренән йәш тәгәрәне. „Ҡарағыҙ, Ул Лазарҙы нисек яратҡан икән!“ — тиеште йәһүдтәр» (Яхъя 11:32—36).

Ғайсаның йөрәге ҡыҙғаныу менән тулы булған. Беҙ быны «көйөндө» һәм «күҙҙәренән йәш тәгәрәне» тигән һүҙҙәрҙән аңлайбыҙ. Изге Яҙманың төп нөсхәһе яҙылған телдә был тетрәндергес хәлде тасуирлар өсөн ҡулланылған һүҙҙәр шуны күрһәтә: Ғайса яҡын дуҫының үлемен һәм Мәрйәмдең илауын күреп шул хәтле тулҡынланған, хатта уның күҙҙәре йәш менән тулған *.

Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: элегерәк Ғайса инде ике кешене терелткән, һәм хәҙер ул Лазарҙы ла терелтергә йыйынған (Яхъя 11:11, 23, 25). Шулай ҙа ул илаған. Тимәк, үлгәндәрҙе терелтеү Ғайса өсөн бер процедура ғына түгел. Ул Лазарь осрағында сағылдырған наҙ һәм тәрән тойғолар уның үлемде бөтөрөргә ашҡыныуын асыҡ күрһәтә.

Ғайса Лазарҙы терелткәндә сағылдырған наҙлы хистәре менән үлемде бөтөрөргә бик ныҡ теләгәнен күрһәткән

Ғайса — Алланың «теүәл сағылышы», шуға күрә беҙ Алланан тап шундай хистәр кисереүен көтөргә хаҡлыбыҙ (Еврейҙарға 1:3). Йәһүәнең кешеләрҙе терелтергә теләүе тураһында тоғро Әйүп пәйғәмбәр былай тип яҙған: «Кеше, үлһә, яңынан йәшәрме? [...] Һин саҡырырһың, һәм мин яуап бирермен. Һин ҡулдарың емешен юҡһынырһың» (Әйүп 14:14, 15). Изге Яҙманың төп нөсхәһе яҙылған телдә «юҡһынырһың» тип тәржемә ителгән һүҙ Алланың ялҡынлы теләгенә иғтибар итә (Башланмыш 31:30; Мәҙхиә 84:2). Эйе, Йәһүә үлгәндәрҙе терелтеү ваҡытын бик көтә.

Терелтеүгә ышаныр өсөн етди сәбәптәр бармы? Эйе, Йәһүә лә, Ғайса Мәсих тә үлгәндәрҙе терелтергә бик теләй, һәм уларҙың быны эшләргә көстәре лә етә. Был һеҙгә нисек ҡағыла? Һеҙҙең мәрхүм булған яҡындарығыҙ менән бында, ер йөҙөндә, ләкин бөтөнләй башҡа шарттарҙа осрашырға өмөтөгөҙ бар.

Йәһүә Алла беренсе кешеләрҙе иҫ киткес баҡсаға, йәғни ожмахҡа урынлаштырған. Ул үҙенең күктәге Батшалығы идараһы аҫтында ерҙә яңынан ожмах булдырырға вәғәҙә итә. Әле был Батшалыҡ данланған Ғайса Мәсих етәкселегендә эш итә (Башланмыш 2:7—9; Матфей 6:10; Лука 23:42, 43). Шул тергеҙелгән ожмахта кешелек бөтә ауырыуҙарҙан азат булған бөтмәҫ-төкәнмәҫ тормоштан мәңге кинәнә аласаҡ (Асылыш 21:1—4; Әйүп 33:25 һәм Ишағыя 35:5—7 менән сағыштырығыҙ). Шулай уҡ һәр төрлө нәфрәт, раса-ара дошманлыҡ, милли ыҙғыштар һәм иҡтисади ауырлыҡтар мәңгегә юҡҡа сығасаҡ. Бына шундай таҙартылған ерҙә Йәһүә Алла Ғайса Мәсих аша үлгән кешеләрҙе терелтәсәк тә.

Ғайса Мәсих аша мөмкин булған терелеү бөтә халыҡтарға шатлыҡ килтерәсәк

Тап ошо өмөт бүлектең башында әйтелгән йәш ҡатынды нығытып тора. Әсәһе үлгәндән һуң бер нисә йыл үткәс, ул Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы ентекләп өйрәнә башлаған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Терелтеүгә өмөт тураһында белгәс, мин иланым. Мин әсәйемде йәнә күрәсәкмен! Был ысын мөғжизә!»

Әгәр һеҙ ҙә мәрхүм булған яҡынығыҙҙы күрергә теләһәгеҙ, Йәһүә шаһиттары һеҙгә ҙур теләк менән ошо өмөткә эйә булырға ярҙам итер. Бының өсөн уларға мөрәжәғәт итегеҙ йәки был брошюраның 32-се битендә килтерелгән адрестарҙың береһенә яҙығыҙ.

^ 20 абз. «Көйөндө» тип тәржемә ителгән грек һүҙе эмбримаомаи тигән ҡылымдан барлыҡҡа килгән. Был ҡылым бик көслө, тәрән тулҡынланыуҙы аңлата. Изге Яҙма буйынса бер белгес шуға иғтибар итә: «Ғайсаны солғап алған тойғолар шул тиклем көслө булған, ул хатта ирекһеҙҙән ыңғырашыу тауышы сығарған». Изге Яҙманың төп нөсхәһендә ошо өҙөктә шулай уҡ «борсолдо» тигән һүҙ бар. Ул тарассо тигән грек һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм аптырап ҡалыуҙы аңлата. Лексикография өлкәһендәге белгес әйтеүенсә, был грек һүҙе «кеше күңел әрнеүе... йәки ҡайғыға төшөү арҡаһында аптырап ҡалғанда» ҡулланыла. «Күҙҙәренән йәш тәгәрәне» тигән һүҙҙәр грек телендәге дакрио тигән ҡылымдан барлыҡҡа килгән, ул «күҙ йәштәре түгеүҙе, шым ғына илауҙы» аңлата.