Төп мәғлүмәткә күсеү

Рухани үҙен борсоған һорауҙарға яуаптар ала

Рухани үҙен борсоған һорауҙарға яуаптар ала

 Бер ваҡыт Элисо исемле Йәһүә шаһиты бер ҡатындың өйөнә уның менән Изге Яҙманы өйрәнергә бара. Шул мәл көтөлмәгән ҡунаҡ — рухани үҙенең ҡатыны менән килеп инә. Элисо уларҙың күптән түгел генә берҙән-бер улы үлгәне тураһында белә.

 Элисо эскерһеҙ рәүештә уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашҡас, улар илап ебәрә. Шунан рухани бөтә йөрәгенән әсенеп, былай ти: «Һис тә аңлай алмайым, ни өсөн Алла миңә шундай һынау ебәрҙе икән! Ул бит минең берҙән-бер генә улым ине! Нисек Алла уны ала алды икән? Мин бит Аллаға 28 йыл буйы хеҙмәт иттем һәм барыһын да дөрөҫ эшләнем. Хеҙмәтем өсөн Алланың әжере шулмы ни?! Ни өсөн ул минең улымды үлтерҙе икән?»

 Элисо руханиға һәм уның ҡатынына улдарын Алла алмаған тип аңлата. Ул шулай уҡ уларға Ғайсаның йолом ҡорбаны, үлгәндәрҙең тереләсәге һәм ни өсөн Алланың яуызлыҡты рөхсәт иткәне хаҡында һөйләп бирә. Улар Элисоға, был һөйләшеү доғабыҙға яуап булды, тип әйтә.

 Бер аҙна үткәс, Элисо теге ҡатынға Изге Яҙманы өйрәнергә тағы бара. Был юлы иһә өйрәнеүгә рухани һәм уның ҡатыны ла ҡушыла. Элисо ул көндә теге ҡатын менән «Изге Яҙманың хаҡ тәғлимәттәре» китабынан (тат.) «Үлгән яҡындарыбыҙ өсөн ысын өмөт» тигән бүлекте өйрәнгән була. Рухани менән ҡатыны әңгәмәлә бик әүҙем ҡатнаша.

 Һуңыраҡ рухани менән ҡатыны Йәһүә шаһиттарының Тбилисиҙа (Грузия) үткән махсус конгресында була. Уларҙы Йәһүә халҡы араһында булған яратыу хисе һәм берҙәмлек хайран ҡалдыра. Күпме йылдар буйы улар үҙҙәренең сиркәүенә килеүсе кешеләрҙә тап шундай сифаттарҙы үҫтерергә теләгән, әммә уларҙың тырышлығы бушҡа ғына булып сыҡҡан.